- Һайлауҙы ҡалдырыуҙы намыҫым ҡушмай. Беҙгә, Совет заманы балаларына, был бурысты атҡарыу ҡаныбыҙға һеңгән. Йәл, йәштәр хәҙер беҙҙең кеүек әүҙемлек күрһәтмәй. Йәш саҡта был көндө көтөп ала, байрам кәйефе менән һайлауға бара инек. Беренсе тапҡыр Белоретта 36-сы училищела уҡығанда тауыш бирҙем. Беҙҙе, ун һигеҙ йәшен тулған егет-ҡыҙҙарҙы, Ленин урамындағы төрлө ултырыштар, семинарҙар үткәрелгән бинаға алып барҙылар. Ул ваҡытта мин комсомол ойошмаһында тора инем. Өлкәндәр менән бер рәттән бындай сәйәси мөһим сарала ҡатнашыуыбыҙға ғорурлыҡ тойоғоһо кисереп, үҙебеҙҙе бер “башҡа үҫеп” ҡайтҡандай хис иттек.
Элек һайлау көнөндә участкаларҙа мини-магазиндар ҙа эшләй торғайны. Магазиндарҙа булмаған аҙыҡ-түлекте алып ҡыуандыҡ. Хәҙер генә ул кибеттәрҙә кәштәләр һығылып тора.
Теләгем - донъяларыбыҙ тыныс, халҡыбыҙ дуҫ, татыу һәм бер-береһенә ярҙамсыл булһын!, - тине Әнисә Ишмөхәмәт ҡыҙы.