Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Сентябрь 2021, 12:04

Дауаханала ятҡандар ҙа һайланы

Бөгөн беҙҙең һайлау учаскаһынан ике коллегабыҙ туберкулез дауаханаһына барып, һайлауҙа ҡатнашырға теләгәндәрҙең үтенесен үтәне. Дауаханала дауаланған пациенттар алдан Дәүләт хеҙмәте аша һайлауҙа ҡатнашырға теләк белдереп ғариза яҙған.

Бөгөн, 18 сентябрь көн һалҡынса, әҙ-мәҙ  генә ямғыр яуып үтеүгә  ҡарамаҫтан,  иртә менән  үк ҡаланың педагогия колледжы  бинаһында урынлашҡан  1293 һайлау участкаһына кешеләр инеп-сығып тора.  Күптәр һайлауға иртә менән килеп, үҙ тауышын биреп, көндәлек эштәренә тыныс күңел менән тотонорға  итә.  Кемдер һайлауҙы кискә, иртәгәһе көнгә ҡалдырған. Тауыш биреүҙең өс  көн барыуы бик уңайлы бер яҡтан.

Һайлау участкаһы рәйесе Снежана Макарова  етәкселегендәге һайлау участкаһы һәр кемгә асыҡ йөҙ күрһәтеп, һайлауға килгәндәрҙе ихлас ҡаршы ала.

- Беҙҙең 4 кешенән торған һайлау участкаһы һайлауҙың беренсе көнөндә бик тулҡынланып эш башланы. Барыбыҙҙы ла, һайлаусылар йома көнө һайлауға килерме икән, - тигән һорау борсоно. Тулҡынланыуыбыҙ бушҡа булды. Халыҡ әүҙем килде кисәге. Күптәргә өс көн буйына барған һайлау бик оҡшай. Үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашалар. Бөгөн эште тулҡынланмайынса ғына башлап ебәрҙек. Бер-бер артлы һайлаусылар килеп тора. Иртә менән күберәген оло йәштәгеләр килә. Ә йәштәр инде йоҡоларын туйҙырып, төштән һуң, кискә табан киләләр. Был инде йылдар буйынса күҙәтелгән күренеш. Бөгөн беҙҙең һайлау учаскаһынан ике коллегабыҙ туберкулез дауаханаһына барып, һайлауҙа ҡатнашырға теләгәндәрҙең үтенесен үтәне. Дауаханала дауаланған пациенттар алдан Дәүләт хеҙмәте аша һайлауҙа ҡатнашырға теләк белдереп ғариза яҙған. Беҙ уларҙың теләктәрен үтәнек, улар үҙ тауыштарын бирҙе,
тине Снежана Сәйетғәле ҡыҙы.

Комиссия ағзалары Лилиә Ишмөхәмәтова, Зәлифә Солтанова,  Людмила  Рязанова  үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Кешеләргә бик иғтибарлы, мөләйемдәр. Һайлау кампанияһында беренсе тапҡыр ғына эшләмәйҙәр.  

- Беҙ һайлауҙарға әүҙем йөрөгән һайлаусыларҙы танып торабыҙ,
ти Снежана Макарова.
Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: