Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Сентябрь 2021, 14:39

Халыҡ әүҙем булды

Ҡаланың 3-сө “Ынйыҡай” балалар баҡсаһы бинаһында 1304-се һайлау участкаһында икенсе көн һайлауҙар бара.

Халыҡ әүҙем булды
Халыҡ әүҙем булды

Комиссия рәйесе Елена Байбордина әйтеүенсә, кисәге көндө һайлаусыларҙың 30 проценты тауыш биргән. “Һайлаусыларҙың күпселек өлөшөн төрлө ойошмаларҙа эшләгән граждандар тәшкил итте. Төшкө аш мәлендә, эштән һуң да әүҙем килделәр. Тауыш биргән ваҡытта, гражданлыҡ бурыстарын үтәүҙе раҫлап, фотоға төшөүселәр күп булды. Бюллетендәрҙе урналарҙан махсус пакеттарға бушаттыҡ. Тауыштарҙы һайлау тамамланғас ҡына һанай башлаясаҡбыҙ.
Икенсе көн рәттән “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан һәм Йәмәғәт палатаһынан - икешәр, “Ғәҙел Рәсәй” партияһынан бер күҙәтеүсе эшләй. Шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре участкала тәртип һаҡлай. Һайлауҙың һуңғы көнөндә уларҙың һаны күберәк буласаҡ”, - ти Елена Валерьевна.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: