Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Сентябрь 2021, 09:51

"Бала саҡ менән бәйле яҡты хәтирәләр уята"

Ноҡатта тыуып үҫкән, Белоретта йәшәгән Тимерхан Хөсәйен улы Сәлимгәрәев Октябрьский биҫтәһендәге “Ровесник” клубында урынлашҡан 1299-сы һайлау участкаһына иртәнге сәғәттә үк килеп тауышын бирҙе.

"Бала саҡ менән бәйле яҡты хәтирәләр уята"
"Бала саҡ менән бәйле яҡты хәтирәләр уята"

 “Бер һайлауҙы ла ҡалдырғаным юҡ.  Ул миндә һәр ваҡыт бала саҡ менән бәйле яҡты хәтирәләр уята. Атай, әсәйем Ҡалаштыла йәшәп алғайны. Һуйыр ауылына аттар егеп, менеп ҙайлауға китә торғайнылар. Ундай саҡтар үҙе бер матур байрамға әүерелер ине. Беҙгә бигерәк тә күңелле була, сөнки беҙҙе бөтәһе лә тәмлекәстәр менән һыйлай, әле бында, әле тегендә ҡунаҡҡа йөрөшәләр. Һайлауға барғанда матур кейемдәр кейәбеҙ. Элгәре кешеләр ҙә ябайыраҡ, ихласыраҡ, татыу һәм берҙәм булғандар. Хәҙер тормош алға киткән һайын, шул сифаттар юғала барған кеүек. Үҙем 20 йәшемдә тәүге тапҡыр һайлауға барҙым. Хәҙер миңә 65 йәш. Ғүмер буйы комбинатта эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Балалар, ейәндәр тип йәшәйбеҙ инде. Хәҙер йәштәргә эш табыуы ҡыйыныраҡ. Хөкүмәтебеҙ шуға нығыраҡ иғтибар итһен ине. Пенсия ла бик аҙ. Шул һаман да матур килсәккә өмөтләнеп йәшәйбеҙ инде. Аллаға шөкөр, һыңғы йылдарҙа Башҡортостаныбыҙҙа, ҡалабыҙҙа ла ыңғай күренештәр, ваҡиғалар күҙәтелә. Тимәк, тормош алға бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙебеҙ ултырған арба тәгәрмәсенә аяҡ салыусылар ҙа табылып тора, ҡотҡо таратыусылар ҙа етерлек. Донъялар имен, йәшәйешебеҙ алға китһен өсөн беҙ берҙәм, татыу, аңлы булырға тейешбеҙ. Тап шуның өсөн мин һайлауға киләм һәм башҡаларҙы ла гражданлыҡ бурыстарын үтәргә саҡырам".

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: