Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Сентябрь 2021, 17:30

Белорет «Робинзоны» ла гражданлыҡ бурысын үтәне

Урман төпкөлөндә, Собханғол ауылынан (халыҡ телендә - Урман Рәүәте) ҡалған, яңғыҙ йорт тора. Мөрйәнән һуҙылып ҡына төтөн сыға. Тимәк, йорт хужаһы мейес яҡҡан.

Белорет «Робинзоны» ла гражданлыҡ бурысын үтәне
Белорет «Робинзоны» ла гражданлыҡ бурысын үтәне

Ҡасандыр бында 120-ләп йорто, мәктәбе булған ҙур ауыл тормошо гөрләп торған. Бик төпкөлдә урынлашҡан ул, шырлыҡты, тауҙарҙы еңел генә үтеп инерһең тимә. Айырыуса, ҡышын һәм көҙөн.  Ауылға аҙыҡ-түлеген дә,  почтаһын да тау-ташлы, юлһыҙ урман араһынан килтереп тә булмай. Шуға ла үткән быуат урталарында собханғолдар ғаиләләре менән күсенә башлай. Ун йыл эсендә ауыл юҡҡа сыға. Бер Кинйәғол Сәлимгәрәев тыуған ауылында тороп ҡала. Күршеләре нисек кенә өгөтләһә лә, һүҙендә ныҡ тора:
- Ошо ерҙә тыуғанмын, ата-бабаларым ята. Ниңә мин ташлап китергә тейеш? - тип аңлата ул.
Алтмыш йылға яҡын яңғыҙы донъя көтә. Иң һуңғы тапҡыр урмандан 1961 йылда хәрби билетын алыштырырға сыға. Ул ваҡытта уға 27 йәш кенә була.
Кинйәғол Зымран улына Инйәр ауылынан  туғаны килеп йөрөй. Аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡтар һәм, иҫке радиоға батарейкалар алып килә ул. "Уазик" йә тракторҙа ғына барып етеп була был ауылға. Һәм бына бөгөн Собханғол ауылының берҙән-бер кешеһенә – Кинйәғол Сәлимгәрәевкә көтөлмәгән ҡунаҡтар килде. 1329-сы һайлау  участкаһы ағзалары – Рәғиҙә Алтынбаева һәм Дилбәр Ғәлина Инйәр ПУЖКХ-һы (етәксеһе Ирек Хисмәтуллин менән бергә) “УАЗ”игында “елдереп” кенә ауылдың берҙән-бер кешеһен һайлатып ҡайттылар. Кинйәғол бабай ҙа гражданлыҡ бурысын үтәне. Илдәге сәйәси яңылыҡтар менән радио аша танышып бара ул. Ҡустыһы алып килгән телевизоры, тарелкаһы ла шул көйө тора.  

-        Йорто таҙа, йылы. Беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Байтаҡ йылдар һайлауҙарҙа ҡатнашмаһа ла, ҡасандыр гражданлыҡ бурысын даими үтәп килгән. Илебеҙгә тоғро хеҙмәт итерҙәй кешеләр, партиялар тураһында ла хәбәрҙар. Кемдәргә тауыш бирергә кәрәклегене дә белә, - ти Уҫманғәле һайлау участкаһы ағзалары.

Ҡунаҡтарға үҙе өсөн генә махсус килгәндәре өсөн рәхмәттәрен әйтеп ҡалған Белорет “Робинзоны”.

Әйткәндәй, Уҫманғәле ауылындағы 1329-сы һайлау участкаһында 259 һайлаусы иҫәпләнә. Шуларҙың 4-әүһе Ҡолмас ауылында. Комиссия ағзалары Ҡолмас ауылына барып һайлауҙар үткәреп ҡайтты.  

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: