Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Сентябрь 2021, 13:05

"Илебеҙҙең сәйәси ваҡиғаһында ҡатнашмай ҡалырға тейеш түгелмен!"

Аҙналы ауылы клубында урынлашҡан 1307-се һанлы һайлау участкаһында тарих уҡытыусыһы Азат Сафуанов үҙенең тауышын бирҙе.

"Илебеҙҙең сәйәси ваҡиғаһында ҡатнашмай ҡалырға тейеш түгелмен!"
"Илебеҙҙең сәйәси ваҡиғаһында ҡатнашмай ҡалырға тейеш түгелмен!"

- Мин 90-сы йылдарҙан алып партия ағзаһымын. Шул иҫәптән тарих уҡытыусыһы ла булараҡ, илебеҙҙең сәйәси ваҡиғаһында ҡатнашмай ҡалырға тейеш түгелмен! Икенсенән - был минең гражданлыҡ бурысым. Бөгөнгө көндә Интернет селтәрҙәрендә һайлауҙарға бәйле имеш-мимештәр күп. Шуларға ышанып ултырғансы, граждандарға һайлау участкаларына килеп тауыштарын бирһәләр яҡшыраҡ булыр ине. Һайлауҙың икенсе көнөнә беҙҙең Аҙналы мәктәбе коллективының 85 проценты тауыш бирһә, бөгөн был һан 100-гә етте. Илебеҙ киләсәген тәрбиәләүселәр, белем биреү өлкәһендә эшләүселәр булараҡ, барыбыҙ ҙа һайлауҙарға етди ҡарайбыҙ.
Һәр бер халыҡ, һәр бер кеше тормошобоҙҙоң, илебеҙҙең алға китеүенә, яҡшылыҡҡа өмөтләнә. Партия етәкселәре һәм ағзалары, депутаттар составында йәшерәк кешеләрҙең күберәк булыуын теләр инем. Сөнки улар заманса идеялар, пландар менән йәшәй, илебеҙ киләсәген хәл итерҙәй яңы ысулдар ҡулланыуға һәләтле.
Үҙем 10 йылдан ашыу һайлау комиссияһында рәйес булып эшләнем. Был эштең барлыҡ нескәлектәре, ауырлыҡтары менән таныш булған кеше булараҡ, комиссия ағзаларының эшен тотҡарламай, һайлаусылар исемлегенә ингән граждарҙың барыһын да әүҙемерәк булырға саҡырам, - ти Азат Хәсән улы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: