Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Сентябрь 2021, 18:31

Республика Башлығы Радий Хәбиров та һайланы

Башҡортостанда тауыш биреүҙең өсөнсө көнө тамаланыуға табан бара.

Республика Башлығы Радий Хәбиров та һайланы
Республика Башлығы Радий Хәбиров та һайланы

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатыны Каринэ Владимировна менән мөһим сәйәси сарала ҡатнашты. Улар “Башҡортостан” дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Был турала “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.

Республика етәксеһе белдереүенсә, һайлау - илебеҙ өсөн бик мөһим ваҡиға, сөнки барыбыҙ бергә алдағы биш йылға Рәсәйҙең сәйәси курсын билдәләйбеҙ, Хөкүмәт менән хеҙмәттәшлек алып барған, ил Президентына ярҙам иткән Дәүләт Думаһының составы ниндәй буласағын хәл итәбеҙ.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: