1317-се һайлау участкаһында һайлаусыларҙың - исемлек буйынса һаны 205. 19 сентябрь төшкө сәғәттәрҙә 68 процент үтәлеш булған.
"Тәүге ике көндә кешеләр һирәкләп килде, кемдер эшкә барыр алдынан, кемдер эштән ҡайтҡас тауыш биреп сыҡты. Кемдәр төрлө сәбәптәр арҡаһында участкаға килә алмай, уларға өйҙән тауыш биреү ойошторолған. Бөтә хәүефһеҙлек талаптары үтәлә, һайлаусылар битлектәрҙә, социаль дистанция күҙәтелә, тән температураһы үлсәнә", — ти участка һайлау комиссияһы рәйесе Ғәфифә Хитауллина.
1317-се һайлау участкаһында һайлаусыларҙың иң олоһона – Рәхит Хәлитовҡа 91 йәш булһа, Гөлдәр Хафизова гражданлыҡ бурысын беренсе тапҡыр үтәне.
Мәктәпкә ингән урында санитар талаптар үтәлеше күҙәтелә, ошонда уҡ йәмәғәт тәртибен һаҡлап, полиция хеҙмәткәре тора. Комиссия ағзалары үҙ бурыстарын теүәл һәм ентекле башҡара.