Рәйес белдереүенсә, ике көн йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда 1 млн.392 мең 492 һайлаусы тауыш биргән. Был - исемлеккә индерелгәндәрҙең 46,36 проценты.
Билдәле булыуынса, республикала 3 млн.3 мең 918 һайлаусы теркәлгән. Шул иҫәптән 190 меңдән ашыу кеше тауыш биреү участкаларынан тыш урында һайлаған.
Халыҡтың сәйәси сараға килеүе буйынса һандар шулай: Өфөлә һайлаусыларҙың 49,09 проценты ҡатнашҡан; ҡалаларҙа был күрһәткес – 36,74, райондарҙа – 51,54 процент.
"Башҡортостанда 3403 һайлау участкаһы бар. Уларҙың 39-ы - кешеләрҙең ваҡытлыса булған урындарында: 31-е - дауаханала һәм медицина учреждениеларында, өсәүһе - шифаханала, өсәүһе - һаҡ аҫтында тотоу урындарында, шулай уҡ тимер юл вокзалында һәм Архангел районының ҡарттар йортонда берәр участка эшләй", – тине Илона Макаренко.
Фото: "Башинформ".