-8 °С
Болотло
Һайлауҙа ҡатнашҡан 14 партия араһынан «Берҙәм Рәсәй» алда бара (иртәнге сәғәт 10-ға 68,05%), Думаға 14,97% тауыш менән КПРФ һәм 6,31% менән ЛДПР үтә.
«Яңы кешеләр» партияһы әлегә 3,9% йыйған, дәүләт финанслауын алырға тейеш.
«Ғәҙел Рәсәй» — 2,67%, «Пенсионерҙар партияһы» 1,16% тауыш алған, башҡалар 1% та йыймаған.
Салауат (96%), Тәтешле һәм Благовар (по 93%) райондары, Салауат (75%), Сибай (73%), Октябрьский (70%) ҡалаларында халыҡ әүҙем ҡатнашҡан.
Талбазы һайлау округы буйынса беренсе урында — Заһир Хәкимов (иртәнге сәғәт 10-ға тауыштар һаны 58% ашыу тәшкил итте). Красный Холм округы буйынса — Тамара Танһыҡҡужина ( 55% тиерлек). Беүә округы буйынса Милана Скоробогатова еңә — 63% ашыу.