0 °С
Снег
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Сентябрь , 15:37

"Улар республика мәнфәғәтенә лайыҡлы эшләр, тип ышанам"

19 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Һайлау-2021” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә уҙған “Һайлау төнө”ндә ҡатнашты. 

"Улар республика мәнфәғәтенә лайыҡлы эшләр, тип ышанам"

Республика етәксеһе журналистарҙың, блогерҙарҙың, йәмәғәтселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе һәм Дәүләт Думаһына, ҡалалар һәм райондар советтарына, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауға яҡынса йомғаҡ яһаны.

– Башҡортостанда һайлау яҡшы, лайыҡлы һәм ойошҡан үтте. Алдағы мәғлүмәттәр буйынса, республикала һайлаусыларҙың 70 проценты тауыш биргән. Тауыштарҙы һанау дауам итә. Халыҡ өс көн дауамында әүҙем тауыш бирҙе. Күп муниципалитеттарҙа һайлау байрам кеүек үтһен өсөн тырыштыҡ. Был - беҙҙең электән килгән яҡшы йола.

Миңә билдәле булыуынса, әллә ни етешһеҙлектәр булмаған. Эйе, ҡайҙалыр ялыуҙар булды. Улар теркәлде һәм ҡарала. Был - сәйәси көрәштең айырылғыһыҙ күренештәренең береһе. Өс көн дауамында “Инцидент менеджмент” системаһында теркәлгән республика халҡының 1380 мөрәжәғәтенең бары 39-ы ғына һайлауға ҡағылған. Кешелдәрҙе тормоштағы ғәҙәти мәсьәләләр борсой: транспорт, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, юлдар, мәғариф... – тине Радий Хәбиров.

Экзитпол мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа, 69 процент йыйып, “Берҙәм Рәсәй” партияһы еңгән. Икенсе урында – КПРФ, өсөнсөлә – ЛДПР.

Уның һүҙҙәренсә, республиканан һайланған Дәүләт Думаһы депутаттары Башҡортостанға ҡағылған һәр бер тәҡдимде хупларға тейеш.

 – Был республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың закондар сығарыу тәҡдиме булыуы мөмкин. Шул уҡ ваҡытта һәр депутаттың үҙенең йүнәлеше булырға тейеш. Беҙҙең барлыҡ депутаттар ҙа ҙур тормош юлы үткән. Һәр береһенең туплаған тәжрибәһе бар. Улар - бик аҡыллы, лайыҡлы кешеләр, республика мәнфәғәтендә лайыҡлы эшләрҙәр тип ышанам, – тине Радий Фәрит улы.   

Республика Башлығы билдәләүенсә, Дәүләт Думаһы депутаттары үҙҙәренең округтарында һайлаусылары менән йышыраҡ осрашырға, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе белергә, һорауҙарын тыңларға тейеш.

Радий Хәбиров киләсәктә Өфө ҡала Советында төҙөлөш тармағы вәкилдәре генә булмаҫ, шулай уҡ башҡа өлкәләрҙән дә кешеләр килер, тигән ышаныс белдерҙе.

Республика етәксеһе һайлау кампанияһы тамамланыуынан һәм тауыш биреүҙе үткәреүҙән һуң ҡәнәғәтлек менән арыуҙы тойоуын билдәләне.

– Мин тыныс һәм барыһы ла яҡшы үтерен белдем. Бының өсөн беҙ күп эшләнек. Өс көн дауамында эшләгән һайлау комиссиялары ағзаларына ҙур ауырлыҡ төштө, әммә оҙон-оҙаҡ һуҙылырға ваҡыт юҡ. Иртәгә 17:00 сәғәттә коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса оператив кәңәшмә тәғәйенләнде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә ауырыу бер ҡайҙа ла китмәне, хәл итәһе мәсьәләләр күп, – тине Радий Хәбиров.  

Республика етәксеһе барлыҡ конструктив сәйәси көстәр менән һөйләшеүгә әҙерлеген белдерҙе.

– Беҙҙең бер ил, бер республика һәм бергә үҫеш юлынан барырға тейешбеҙ. Һайлауҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм. Беҙ уны бер-беребеҙгә хөрмәт менән лайыҡлы үттек, – тине Башҡортостан Башлығы.

Фото: Башинформ.

Автор:Эльвира Хамзина