-11 °С
Болотло
- Һәр бер һайлауға яҡшы үҙгәрештәргә ѳмѳт итеп барам. Был юлы ла хужабикәм менән бергәләп барып лайыҡлы тип һанағандарға тауыш бирҙек. Ѳмѳт-ышаныстарға килгәндә, күбеһе Белорет металлургия комбинатының киләсәгенә бәйле. Мин заводта 47 йыл эшләнем. Ошо кѳсѳргәнешле эш, ҡыҙыу йылдар тураһында күңелдә тик йылы хәтирәләр һаҡлайым. Уйлап ҡарағыҙ, 90-сы йылдарға тиклем заводта 22 500 тирәһе кеше эшләне. Ә хәҙер... 4 500. Йәштәргә эш юҡ. Үҙебеҙҙә шундай комбинат була тороп, улар эш артынан әллә ҡайҙарға сығып китәләр.