- Һайлауға быйыл да һәр ваҡыттағыса тулҡынланып, ниндәйҙер ҙур ышаныс, өмөт менән барҙым. Баштараҡ өс көн дауам итәсәк һайлауҙарға бик риза түгел инем. Әммә ләкин аҙаҡҡа табан был өс көн эсендә кеше үҙенең бөгөнгө көндәге йәшәйеше тураһында уйлай, киләсәген күҙаллай. Шуның өсөн өс көн барыуы уңайлы тип уйлайым.
Киләсәктә буласаҡ хөкүмәткә шундай теләктәр – йәшәйешебеҙ яҡшырһын, ирҙәребеҙ, йәштәребеҙ, ейәндәребеҙ Себер тарафтарына эш эҙләп китмәһен, үҙебеҙҙә эш урындары күберәк асылһын. Эшләп йөрөгәндәргә лайыҡлы эш хаҡы түләү, хаҡлы ялдағыларҙың тормошон яҡшыртыу маҡсатында пенсияларын әҙерәк арттырыу ҙа кәрәк. Иң һыҙлаған урын булып тәбиғәтебеҙ именлеге тора. Етәкселәргә Белоретыбыҙҙың, Башҡортостаныбыҙҙың урмандарын, тауҙарын, йылғаларын киләсәк быуын хаҡына һаҡлап алып ҡалыуҙарын, быйылғы кеүек янғындарҙың булмауын, янғын частарының көслөрәк эшләүен теләр инем. Тағы ла - беҙҙең Хөкүмәтебеҙ составында республикабыҙға исем биргән башҡорт төркөмө булырға тейеш. Ҡоролтай бар, әлбиттә, әммә был ғына етмәй.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының еңеүе, минеңсә, яҡшы. Сөнки улар күберәген беҙҙең менән эшләй. Киләсәктә лә улар беҙҙең халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу өҫтөндә эшләүен дауам итһен.
Тауышымды һуңғы көндә бирҙем. Мине ишек төбөнән ихлас ҡаршы алдылар. Һайларға килеүселәрҙең барыһы да яҡшы кәйефтә, участка ағзалары мөләйем ине. Ҡулыма тулыһынса булмаһа ла (быны башҡорт телендәге бюллетендәрҙең бик әҙ килеүе менән аңлаттылар) башҡорт бюллетене бирҙеләр. Быйылғы һайлауҙағы тәртип һәм уның барышы менән ҡәнәғәтмен.