Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Октябрь 2021, 11:47

Атайҙар көнө булдырылды

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә яңы байрам — Атайҙар көнөн булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Атайҙар көнө булдырылды
Атайҙар көнө булдырылды

Рәсәйҙәр уны октябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләй, тиелә рәсми документта.

Быйыл байрам 17 октябргә тура килә.

Әйткәндәй, байрамды булдырыу идеяһын Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тәҡдим итте. Элекке балалар омбудсмены Анна Кузнецова ғаилә институтын нығытыу өсөн ошо башланғыс менән сығыш яһағайны.

Фото: dahar.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: