Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Ғинуар 2022, 17:06

Республика бюджетына күпме аҡса һалынған

2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты граждандарға социаль ярҙам сараларын өҫтөнлөклө финанслау, милли үҫеш маҡсаттарына өлгәшеүгә, иҡтисадты үҫеш юлына кире ҡайтарыуға йүнәлтелгән сараларҙы артабан тормошҡа ашырыу кәрәклегенән сығып тѳҙѳлгән.

Сатура Мингажитдинова
Фото:Сатура Мингажитдинова

2021 йылдың декабрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай «2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законын ҡабул итте.

2022 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджетының килем өлөшө - 246,2 миллиард һум, 2023 йылға - 244,3 миллиард һум, 2024 йылға - 244,9 миллиард һум күләмендә фаразлана. Шуның 169,0 миллиард һумы, йәғни бюджет килеменең дөйөм күләменән 68,6 проценты, 2023 йылға - 177,8 миллиард һум йәки бюджет килеменең дөйөм күләменән 72,8 процент, 2024 йылға 187,0 миллиард һум йәки бюджет килеменең дөйөм күләменән 76,4 процент күләмендә һалым һәм һалым булмаған килемдәр планлаштырылған.

Иҫәпләгәндә федераль һәм республика ҡануниәтендәге үҙгәрештәр иҫәпкә алынған. 2022-2024 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы бюджетының төп килем сығанаҡтары түбәндәгесә ҡала:

ойошмалар килеменә һалым: 2022 йылда - 37,6 процент, 2023 йылда - 37,0 процент, 2024 йылда - һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең дөйөм суммаһынан 36,8 процент;

физик берәмектәрҙең килеменә һалым: 2022 йылда - 27,2 процент, 2023 йылда - 28,1 процент, 2024 йылда - 28,7 процент;

акциздар: 2022 йылда - 16,1 процент, 2023 йылда - 16,3 процент, 2024 йылда - 16,2 процент;

милеккә һалым: 2022 йылда - 8,5 процент, 2023 йылда - 8,4 процент, 2024 йылда - 8,3 процент;

дәүләт милкендә булған мөлкәтте файҙаланыуҙан алынған килем: 2022 йылда - 5,7 процент, 2023 йылда - 5,5 процент, 2024 йылда - 5,2 процент.

Был килем сығанаҡтары Башҡортостан Республикаһы бюджеты һалым һәм һалым булмаған килемдәренең дөйөм суммаһынан 95 проценттан ашыуын тәшкил итә.

2022 йылға бушлай керем - 77,2 млрд. һум, 2023 йылға - 66,5 млрд. һум, 2024 йылға 57,9 млрд. һум күләмендә фаразлана.

Башҡортостан Республикаһы бюджетының сығым өлөшө 2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона 267,6 млрд. һум, 252,7 млрд. һум, 248,4 млрд. һум тәшкил итәсәк.

2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тигеҙләнеште тәьмин итеү, граждандарға социаль ярҙам сараларын өҫтөнлөклө финанслау, милли үҫеш маҡсаттарына өлгәшеүгә, иҡтисадты үҫеш юлына кире ҡайтарыуға йүнәлтелгән сараларҙы артабан тормошҡа ашырыу кәрәклегенән сығып төҙөлгән.

Бюджеттың сағыу социаль йүнәлеше һаҡлана. Бюджеттың социаль өлөшө - 70 процент самаһы.

Республика ҡаҙнаһында медицинаға, мәғарифҡа, граждандарға социаль ярҙам күрһәтеүгә байтаҡ аҡса һалынған. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында социаль өлкәнең яңы объекттарын төҙөү, ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса амбициялы пландар иҫәпкә алынған.

Башҡортостан Республикаһы бюджетының сығым өлөшөн формалаштырыу түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алып тормошҡа ашырылды:

өҫтөнлөклө тәртиптә төбәк һәм федераль льготалыларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү, балалар һаулығын үҫтереү, социаль әһәмиәтле сирҙәр буйынса медицина ярҙамының бюджет төрҙәрен күрһәтеүгә йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыу;

мәғариф өлкәһендә финанс ресурстарҙы белем биреү хеҙмәттәрен алыу өсөн бер тигеҙ шарттар булдырыуға, балаларҙың һәм уҡыусы йәштәрҙең өҫтәмә мәшғүллегенә булышлыҡ итеүгә, тармаҡ инфраструктураһын нығытыуға, заманса белем биреү технологияларын индереүгә йүнәлтеү;

башланғыс дөйөм белем алыусы уҡыусыларҙы, шулай уҡ республиканың белем биреү ойошмаларында льготалы категорияларҙы бушлай туҡландырыуҙы ойоштороу;

финанс ресурстарҙы бөтә республика халҡының мәҙәниәт объекттарына үтә алыуын тәьмин итеү өсөн шарттар булдырыуға, виртуаль концерт залдары селтәрен үҫтереүгә, китапханаларҙы, балалар сәнғәт мәктәптәрен яңыртыуға йүнәлтеү;

хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыуҙы иҫәпкә алып, бюджет өлкәһе учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын тәьмин итеү;

торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарҙың айырым категорияларын торлаҡ биналар менән тәьмин итеү буйынса дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү;

Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарын тотоуға сығымдарҙы формалаштырыуҙың Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан билдәләнгән нормативтарын үтәү, шул иҫәптән өҫтөнлөктәренә ҡарап, беренсе сиратта булмаған Башҡортостан Республикаһы бюджеты сығымдарын ҡыҫҡартыу юлы менән;

граждандар өсөн уңайлы йәшәү шарттарын булдырыу, күп фатирлы йорттарҙың, ихата биләмәләренең подъездарын ремонтлау, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү;

ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алыуға агросәнәғәт комплексы ойошмаларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү, өҫтөнлөклө тармаҡтарҙы дәртләндереү һәм хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереү;

республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә автомобиль юлдарын үҫтереүгә, уларҙың һаҡланыуын тәьмин итеүгә һәм техник торошон яҡшыртыуға;

ҙур аҡса талап иткән һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, спорт, мәҙәниәт һәм сәнғәт объекттары төҙөлөшөн тәьмин итеүгә байтаҡ финанс ресурстары йүнәлтеү.

Алдағы йылдарҙағы кеүек үк, республика бюджеты сығымдарының мөһим йүнәлештәре:

мәғариф: 2022 йылда - 23,1 процент, 2023 йылда - 24 процент, 2024 йылда - 23,3 процент;

милли иҡтисад тармаҡтарына ярҙам (ауыл хужалығы, юл эшмәкәрлеге, транспорт, һыу һәм урман хужалығы, элемтә һ.б.) - 20,7 процент, 22,7 процент, 24,7 процент;

һаулыҡ һаҡлау (эшләмәгән халыҡтың мотлаҡ медицина страховкалауына түләүҙәрҙе иҫәпкә алып): - 18,7 процент, 17,9 процент, 16,8 процент;

социаль сәйәсәт (эшләмәгән халыҡты мотлаҡ медицина страховкалауына түләүҙәрҙе иҫәпкә алмайынса): 2022 йылда - 17 процент, 2023 йылда - 17,8 процент, 2024 йылда - 18,6 процент.

Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, Башҡортостан Республикаһының 2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона бюджеты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте раҫлаған дәүләт программалары нигеҙендә «программалы» бюджет сығымдары структураһы буйынса төҙөлгән.

Башҡортостан Республикаһы бюджеты килемдәре һәм сығымдары араһында айырма 2022 йылда - 21,4 миллиард һум күләмендә, 2023 йылда - 8,4 миллиард һум күләмендә, 2024 йылда 3,5 миллиард һум күләмендә күҙаллана.

Башҡортостан Республикаһының 2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона бюджеты дефицитының килеме, сығымы, финанслау сығанаҡтары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән «Граждандар өсөн бюджет»та (Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының рәсми сайтында:https://minfin.bashkortostan.ru/documents/other/394725/урынлаштырылған) танышырға мөмкин.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: