Сәйәсәт
22 Февраля 2022, 06:11

Рәсәй Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының бойондороҡһоҙлоғон таный

Рәсәй Президенты Владимир Путин Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының бойондороҡһоҙлоғон таныны. Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек советы ағзалары бының өсөн бер тауыштан ризалығын белдерҙе. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының бойондороҡһоҙлоғон таныйРәсәй Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының бойондороҡһоҙлоғон таный
Рәсәй Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының бойондороҡһоҙлоғон таный

 21 февралдә Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары башлығы мөрәжәғәтенә бәйле Именлек советының ашығыс ултырышы үтте. Денис Пушилин һәм Леонид Пасечник Рәсәй президенты Владимир Путинға республикаларҙың бойондороҡһоҙлоғон таныуҙы һорап мөрәжәғәт итте.

«Бөтә халыҡ исеменән республикаларҙы бойондороҡһоҙ, демократик, хоҡуҡи, социаль дәүләттәр итеп таныуығыҙҙы һорайбыҙ», — тип белдерҙе улар. Шулай уҡ улар республикалар менән Рәсәй араһында дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөү мөмкинлеген ҡарауҙы һораны.

Владимир Путин бөтә каналдарҙа эфирға сыҡҡан мөрәжәғәт менән сығыш яһап, Рәсәй Донбасс республикаларын үҙ ҡанаты аҫтына алыуын билдәләне. Артабан президенттың ҡарарын Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы раҫларға тейеш.

Автор:Эльвира Хамзина