САНКЦИЯЛАР
АҠШ 11 юридик шәхескә, шул иҫәптән Һаҡлыҡ банкы, Газпромбанк һәм ВТБ-ға ҡаршы санкциялар индерҙе. РИА Новости агентлығы Американың Финанс министрлығына һылтанып хәбәр итеүенсә, АҠШ-тың бөтә финанс институттарына 30 көн дауамында санкцияға эләккән Һаҡлыҡ банкының корреспондент иҫәптәрен ябырға ҡушылған. Шулай уҡ «Открытие» банкына, Новикомбанкка һәм Совкомбанкка ҡаршы санкциялар индерелә.
«Ошо өс финанс институты Рәсәй иҡтисадында әһәмиәтле роль уйнай, 80 миллиард долларлыҡ дөйөм активты контролдә тота», — тиелә ведомствоның рәсми матбуғат релизында.
РӘСӘЙ ХӨКҮМӘТЕ ПОЗИЦИЯҺЫ
Рәсәй Хөкүмәте мәғлүмәте буйынса, әлеге көндә илдең санкциялар һәм тышҡы янауҙар шарттарында финанс системаһының тотороҡлоғон тәьмин итеү өсөн етерлек финанс ресурстары бар.