Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Февраль 2022, 10:10

Вице-премьер Украиналағы хәрби операцияны мәжбүри тип атаны

- Бер кем дә һуғыш яҡлы түгел. Айыҡ аҡыл менән фекер йөрөткән кеше башҡаларҙы үлтереүҙе хуплай алмай. Тап шуға ла һигеҙ йыл буйына беҙҙең сиктәрҙә барған тәртипһеҙлекте туҡтатыу мөһим.

Вице-премьер Украиналағы хәрби операцияны мәжбүри тип атаны
Вице-премьер Украиналағы хәрби операцияны мәжбүри тип атаны

Неонацист идеяларын һәм режимын хупламаған өсөн генә тыныс халыҡтың, шул иҫәптән балаларҙың ғүмерен ҡыйыуҙы туҡтатырға,  — тине Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов.

Республика власы вәкиле һүҙҙәренсә, Луганскиҙа һәм Донецкиҙа ул ике тапҡыр булған. Унда генерал Шайморатов һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре ерләнгән, Шайморатов исемендәге мәктәп бар.

«Ошо ергә аяҡ баҫҡан һайын балалар күҙҙәрендәге һуғыш дәһшәтенән һалҡын тир бәреп сыға ине. Ундағы ете йәшлек балалар 40 йәшлек ир-егеттәр кеүек ҡарай. Быны нисек һүрәтләргә лә белмәйем. Һуғышты кисергән биләмәләрҙәге балаларҙы күргәндәр аңлар», — тип дауам итте Бадранов.

Азат Бадранов һүҙҙәренсә, тыныс юл менән хәл итеп булманы, шуға күрә хәрби операция — мәжбүри сара.

«Ул тиҙ тамамланыр һәм халыҡ зыян күрмәҫ, ҡаршы яҡтың хәрби инфраструктураһын һәм көсөн генә юҡ итер тип ышанам», — тип билдәләне республика хөкүмәте вице-премьеры.

Башинформ. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: