Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Март 2022, 11:38

Һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләһе ярҙам аласаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин  Донбасты яҡлау буйынса махсус операцияла ҡатнашыусыларға биш млн. һум түләнәсәге тураһында белдерҙе. 

Һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләһе ярҙам аласаҡ
Һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләһе ярҙам аласаҡ

Ил Президенты “хәрби операция ваҡытында яраланған хәрбиҙәргә өҫтәмә рәүештә өс млн. түләүҙе ҡарарға кәрәк” тине.

– Һәләк булғандар ғаиләһенә бер тапҡыр түләнгән пособие – 7 421000 һум. Бынан тыш, һәләк булғандарҙың ғаиләһенә тағы ла биш млн. һум өҫтәмә түләү буласаҡ, – тип тәҡдим итте ил етәксеһе.

Президент хәрби операция графикка ярашлы барыуы һәм барлыҡ бурыстар үтәлеүе тураһында лә әйтеп үтте.

Белеүебеҙсә, 24 февралдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй халҡына телевидение аша мөрәжәғәтендә Украина тарафынан һигеҙ йыл дауамында геноцидҡа дусар булған халыҡты яҡлау өсөн Донбасс биләмәһендә махсус хәрби операция башларға ҡарар итеүе хаҡында белдерҙе. Бындай ҡарар Донецк Халыҡ Республикаһының һәм Луганск Халыҡ Республикаһының башлыҡтары ярҙам һорап  мөрәжәғәт иткәндән һуң ҡабул ителде.

Фото: kremlin.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: