Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Март 2022, 14:35

Рәсәй Үҙәк Банкы төп ставка буйынса процентты күтәрҙе

Санкцияға эләккән банк карталарын тотоусыларға нимә эшләргә? Иҫәптәге сумманы ҡулаҡсаға әйләндереү кәрәкме? Иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров менән әңгәмә ошо хаҡта. 

Рәсәй Үҙәк Банкы төп ставка буйынса процентты күтәрҙе
Рәсәй Үҙәк Банкы төп ставка буйынса процентты күтәрҙе

Азат Йәнгиров:

"Һаҡлыҡ банкы, ВТБ – 16-17 процентҡа, Совкомбанк – 23 процентҡа тиклем ставкаларын күтәрҙе. Был банктарҙың идара итеү тәжрибәләре бар, мин, мәҫәлән, бында бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс күрмәйем. Ставканы күтәреү инфляция хәүефен ҡапларлыҡ кимәлгә еткереүҙе тәьмин итәсәк, ошо финанс һәм хаҡтар тотороҡлоғон, граждандарҙың һаҡлыҡтағы аҡсаһын осһоҙландырыуҙан һаҡлаясаҡ тип әйтерг була. Ил эсендә ҡуласаҡһыҙ иҫәпләшеү бер ниндәй ҙә проблемалар көтөлмәй. Беҙҙең үҙебеҙҙең дә карталар бар, мәҫәлән, “Мир”, шуға күрә аҡсаны карталарҙан һәм шулай уҡ вкаладтарҙан ҡул аҡсаға әйләндереүҙән бер ниндәй ҙә мәғәнә юҡ, тип әйтергә була.

Был беҙҙең банк системаһын һаҡлап ҡалыу һәм халыҡтың вкладтарын һаҡлап ҡалыу йүнәлешендә уйлап эшләнелгән аҙым.

Әлбиттә, социаль селтәрҙәрҙә халыҡ араһында фейктар тарафынан паника ҡуптарған төрлө уйҙырмалар йөрөй, беҙҙең халыҡ бик ышанып барыусан бит инде, бер кәңәш кенә бирәбеҙ: рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарына ғына ышарынға кәрәк.

Ә SWIFTтан сығыу, минең уйымса, күберәк Рәсәйгә түгел, Европаға алама йоғонто яһаясаҡ. Сөнки Европа менән беҙҙең бәйләнештәр тығыҙ, беҙ күп кенә алған тауарҙар өсөн  лизинг түләргә тейеш, ә улар SWIFT аша үтә, тимәк, был түләү системаһынан сығыу уларға зыянға ғына".

#Аңлатабыҙ_Башкортостан 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: