Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Март 2022, 21:06

Бәхил бул, һалдат!

Бөгөн Ейәнсура районында Украинала хәрби операцияла һәләк булған яҡташыбыҙ Алексей Кондратьевты һуңғы юлға оҙаттылар.

Бәхил бул, һалдат!
Бәхил бул, һалдат!

Матәм сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, район башлығы Дәмин Юланов, яҡындары һәм дуҫтары ҡатнашты.

Радий Фәрит улы батырҙың ата-әсәһе – Галина Анатольевна һәм Михаил Алексеевич, ҡатыны Ангелина менән осрашып һөйләште, ауыр ҡайғыларын уртаҡлашты.

– Хөрмәтле Михаил Алексеевич, Галина Анатольевна, дуҫтар!

Бөгөн Ейәнсура ерендә Башҡортостандың лайыҡлы улы, офицер, өлкән лейтенант Алексей Михайлович Кондратьевты һуңғы юлға оҙатабыҙ. Әлбиттә, бик йәл, йәшлектән сығып та бөтмәгән егеттәр менән хушлашырға тура килә – уға бары 25 йәш булған. Бик йәл! Әммә бөгөн беҙ уға һәм ошондай меңәрләгән егеттәргә рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Улар тыуған илебеҙҙе, беҙҙе яҡлай, үҙҙәренең хәрби  бурыстарын үтәй.

Президент Владимир Путин махсус хәрби операция үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был - берҙән-бер дөрөҫ, хаҡлы ҡарар. Һәм ул аҙағына тиклем еткереләсәк. Алексейҙың ҡатыны, бәләкәй улы, ата-әсәһе ҡалды. Хәҙер бөтәбеҙгә лә уларҙы хәстәр һәм иғтибар менән уратып алырға кәрәк.

Ейәнсура районы хакимиәте башлығына Алексей Кондратьев иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса положение әҙерләргә әйтелде. Уның тураһында иҫтәлекте һаҡлау, ғаиләһенә ярҙам итеү өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ. Тыныс йоҡла, өлкән лейтенант! Ауыр тупрағың еңел булһын! – тине Радий Хәбиров.  

Алексей Михайлович Кондратьев 1996 йылдың 8 майында Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуған. 2-се Иҫәнғол урта мәктәбен тамамлағас, Вольский тыл һәм транспорт хәрби академияһына уҡырға инә. Уҡыған саҡта Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында ҡатнаша. Өлкән лейтенант званиеһында Белгород өлкәһенең Валуйки ҡалаһында хеҙмәт итә, тыл буйынса отряд командиры була. Донбасты яҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашып, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Алексейҙың ата-әсәһе, ҡатыны, биш айлыҡ улы ҡалды.

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡаһарман яугир хаҡында социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә лә яҙып, уның хаҡында хәтерҙе мәңгеләштереү мөһимлеге, яҡындарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында белдерҙе. 

Тыуған ил һаҡсыһы Алексей Кондратьевтың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығының рәсми сайтынан алынды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: