+19 °С
Болотло
Татлы аҙыҡ етештереүселәр властарға ҡаршы килмәне һәм ваҡытлыса республика баҙарына йүнәлеш алырға ризалашты.
«Ретейлерҙар билдәләүенсә, һуңғы дүрт көндә шәкәргә һорау – 2,3, ә ҡайҙалыр 5 тапҡырға артҡан, – тип белдерҙе Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. – Һүҙ дефицит хаҡында бармай, күп етештереүселәр тауарҙы ваҡытында килтереп, бушатып өлгөрмәй. Шул уҡ ваҡытта ретейлерҙар ихтыяжды тәьмин итеү өсөн шәкәр һатып алыу күләмен бер нисә тапҡырға арттырҙы».
Әйткәндәй, Башҡортостан – сөгөлдөр шәкәре етештереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Былтыр республикабыҙҙың ошо продукт менән үҙ-үҙен тәьмин итеү кимәле 200% еткән.
Фото: stavy.ru