Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Март 2022, 17:19

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ һәм ярҙам итәбеҙ!

Бөгөн “Торатау” Конгресс-холы алдында барған “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тип аталған ҙур митинг-концерт ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ДНР һәм ЛНР халыҡтары өсөн гуманитар ярҙам тейәлгән икенсе колоннаны юлға сығарыуға старт бирҙе.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ һәм ярҙам итәбеҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ һәм ярҙам итәбеҙ!

– Күрәһегеҙме – минең артымда ҙур йөк машиналары колоннаһы теҙелгән. Хәҙер үк улар Донецк һәм Луганск республикаларына юл тотасаҡ. Гуманитар ярҙам ҡатын-ҡыҙҙарға, балаларға һәм өлкән йәштәге кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Улар был ярҙамды көтә. Сөнки беләләр – Шайморатов вариҫтары үҙҙәренекен ташламай. Мил колонна хәрәкәтенә старт бирәм. Хәйерле юл һеҙгә. Башҡортостандан – Донбастағы ҡәрҙәштәребеҙгә! – тине Радий Хәбиров.

Был Донбасҡа Башҡортостандан киткән икенсе колонна. Әлеге йөктө йыйған саҡта ла беҙҙең республика кешеләре ҙур берҙәмлек һәм изгелек күрһәтте. Улар өсөн аҙыҡ-түлек, канцеляр тауарҙары, шәхси гигиена һәм иң беренсе кәрәк булған тауарҙар, төҙөлөш материалдары бар. Гуманитар йөктөң дөйөм ауырлыҡы 96,5 тонна тәшкил итә, уны алты ҙур йөк машинаһы алып бара.

Хәйерле сәғәттә!

Фото: "Башинформ". 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: