Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Март 2022, 16:55

"Шайморатов вариҫтары үҙҙәренекен ташламай"

«Бөгөн бында тотош республиканан, төрлө ҡалаларҙан һәм ауылдарҙан, предприятиеларҙан һәм йәмәғәт ойошмаларынан йыйылдыҡ», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Торатау» конгресс-холы алдында уҙған «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» тигән митинг-концертында.

"Шайморатов вариҫтары үҙҙәренекен ташламай"
"Шайморатов вариҫтары үҙҙәренекен ташламай"

Сара Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына һигеҙ йыл тулыуға һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең башланғысы менән митинг-концерт Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡына (2022 йылдың 22 февралендә Рәсәй уларҙың бойондороҡһоҙлоғон таныны), Рәсәйҙең Украинала махсус операцияла ҡатнашҡан Ҡораллы көстәренә ярҙам итеүгә арнала.

«Бөгөн төрлө йәштәгеләр, төрлө милләт һәм конфессия вәкилдәре Президентты хуплау өсөн йыйылды. Бөтә донъяға беҙҙең берҙәмлекте һәм көстө, Ватанға тоғролоҡто һәм һөйөүҙе күрһәтеү өсөн. Әлеге ваҡытта егеттәребеҙ Украинала һуғыша. Бандеровсыларҙы һәм наемниктарҙы ҡыйрата. Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Улар Рәсәйҙең суверенитеты, именлеге һәм киләсәге өсөн көрәшә. Туғандаш Украинаны нацизмдан азат итеү өсөн. Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының тыныс халҡы өсөн», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикабыҙҙа ла юғалтыуҙар бар, тине Радий Хәбиров. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан үҙенең геройҙарын онотмаҫ, уларҙың туғандарын һәм яҡындарын бәләлә яңғыҙ ҡалдырмаҫ.

Башҡортостан Башлығы Донецкиҙа һәм Луганскиҙа бер нисә тапҡыр булыуын һәм оҙаҡ йылдар үҙҙәренең азатлығы, беҙҙең именлек өсөн көрәшкәндәрҙе шәхсән белеүен әйтте. Тиҙҙән Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының, Украинаның ҡалалары һәм ауылдары тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтыр, тип ышана Радий Хәбиров.

Митингта ҡатнашыусылар һәләк булған яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: