Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Март 2022, 15:54

Республика етәксеһе Украинала һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә ҡушты

Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Украинала махсус операция барышында һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү кәрәклеген әйтте.

Республика етәксеһе Украинала һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә ҡушты
Республика етәксеһе Украинала һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә ҡушты

«Республика өсөн бик ауыр аҙна булды. Өфөлә, Күмертауҙа, Салауатта, Бөрйән районында, Нефтекамала Башҡортостан улдарын һуңғы юлға оҙаттыҡ. Ерләү бик ҡыйын булды, егеттәребеҙ ныҡ йәл», — тине республика етәксеһе.

Муниципалитет башлыҡтарына ярҙам күрһәтеү йәһәтенән һәр аныҡ мәсьәләне хәл итеүгә шәхсән ҡушылырға кәрәк, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм. Ярҙам күрһәтеү мәсьәләһендә үҙегеҙ ҡатнашығыҙ. Йома көндө Бүздәккә инеп сыҡтым, унда беҙҙең егет һәләк булды. Өс ҡыҙы ҡалды, улар үҫеп еткәнсе ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫҡа тейешбеҙ. Берәүһе мәктәптә уҡып йөрөй, икенсеһе колледж тамамлай. Сыбаркүлдә йәшәйҙәр, уларҙы күсерергә, урынлаштырырға кәрәк. Һәр башлыҡ ошо мәсьәләләргә иғтибарлы ҡарарға бурыслы», — тине Башҡортостан Башлығы.

Был мәсьәләне Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев контролдә тота, тине Радий Хәбиров.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: