Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Апрель 2022, 17:18

Дүртенсе ылау юлға сыҡты

Бөгөн, 9 апрелдә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары халҡы өсөн гуманитар ярҙам менән дүртенсе колонна оҙатылды.

Дүртенсе ылау юлға сыҡты
Дүртенсе ылау юлға сыҡты

Донецк  һәм Луганск Халыҡ Республикаларына кондитер һәм икмәк, макарон изделиелары, һыу, ҡәһүә, шәхси гигиена саралары, түшәк кәрәк-ярағы, балалар аҙығы, уйынсыҡтар, ярмалар һәм башҡа әйберҙәрҙән торған гуманитар ярҙам тупланды. Был республикаларҙың хакимиәттәре үтенесе буйынса зыян күргән биналарҙы тергеҙеү өсөн төҙөлөш материалдары йөгө булдырылған.

Бөгөнгө йөктө оҙатыуҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров контролдә тотто.

- Ошоғаса йәмғеһе 480 тонна самаһы гуманитар йөк оҙатылды. Бөгөн иртән 180 тоннанан ашыу йөк менән туғыҙ "КамАЗ" автоколоннаһы юлға сыҡты. Быға тиклем өс конвой менән халыҡ республикаларына 300 тоннанан ашыу гуманитар ярҙам барғайны. Бөгөн Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына иң кәрәкле нәмәләр – кейем-һалым, медикаменттар һәм, әлбиттә, төҙөлөш материалдары ебәрҙек, - тине Ирек Сәғитов.

Ирек Сәғитов гуманитар конвойҙы ойоштороуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә, Дәүләт Йыйылышына, ойошмалар һәм предприятиеларға, район һәм ҡала хакимиәттәренә һәм айырыуса республика халҡына рәхмәт белдерҙе.

- Халҡыбыҙ Донецк һәм Луганск өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе әүҙем, берҙәм йыйҙы, сөнки уларҙың беҙҙең ярҙамға мохтаж булыуын барыһы ла яҡшы аңлай. Беҙ халыҡ республикаларына артабан да ярҙам итәсәкбеҙ, гуманитар ярҙам ебәреү дауам итәсәк. Тап 1943 йылда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Шайморатов һәм уның яугирҙәре унда башын һалған. Ул саҡта ла башҡорт халҡы ярҙам итте, әле лә булыша. Бергә булғанда беҙ көслө, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер.

Автоколонна М-5 автоюлы буйлап Ростовҡа тиклем барасаҡ. Унан Донецкиға юлланасаҡ, унда гуманитар ярҙамдың бер өлөшө бүленәсәк. Һуңынан ул Луганск Халыҡ Республикаһына юлланасаҡ, бындағы Петровское ҡалаһында шефлыҡҡа алынған генерал-майор М. Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп урынлашҡан.

Гуманитар ярҙам йыйыуҙа барлыҡ ижтимағи-сәйәси ойошмалар, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте лә әүҙем ҡатнашты.  

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: