Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Апрель 2022, 12:07

Һағынышлы осрашыу

Өфөгә Украиналағы махсус операцияла ҡатнашҡан Росгвардия хеҙмәткәрҙәре ҡайтып етте. 

Һағынышлы осрашыу
Һағынышлы осрашыу

Хәрби етәкселек ҡуйған бурыстарҙы улар теүәл үтәгән. Шәхси составта юғалтыуҙар юҡ. Илебеҙ именлеген һағында торған батырҙарҙы тотош республика халҡы, хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары һәм Башҡортостан башлығы ҡаршы алды.

Республикала йәшәүселәр Донбасстан ҡайтыусыларҙы бар маршрут буйынса сәләмләләне. Хәрби колоннаға Z һәм V хәрефтәре яҙылған еңел автомобилдәр һәм мотоциклдар ҙа ҡушылды. Иң беренсе яҡташтарыбыҙҙы М-5 федераль трассаһында Октябрьский һәм Туймазы халҡы ҡаршы алды, артабан эстафеты баш ҡаланың Дим районына тапшырылды. Һәр урында ла кешеләр ҡулдарына флагтар һәм патриотик плакаттар тотоп урамдарға сыҡты.
Артабан колонна Өфөнөң башҡа урамдары буйлап үтеп, хеҙмәт иткән урындарына тиклем барҙы. Бында тыуған еренә ҡайтыусылар яҡындары һәм бергә хеҙмәт иткән иптәштәре менән осрашты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, росгвардиясыларға хеҙмәт бурыстарын намыҫлы башҡарыуҙары өсөн рәхмәт белдереп, күрһәткән батырлыҡтарын юғары баһаланы.
Донбастағы командировканан 120-нән ашыу яҡташыбыҙ ҡайтҡан. Бәхеткә, Росгвардиясылар араһында юғалтыуҙар юҡ Башҡортостан улдарын алда ҡыҫҡа ваҡытлы ял көтә, һуңынан улар илебеҙ именлеге өсөн хеҙмәт итеүен дауам итәсәк.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: