Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Октябрь 2022, 23:23

Пунктар асыла

Республиканың Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов исемендәге батальондары алҡы һыҙыҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡанда, әле Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонын туплау бара.

Пунктар асыла
Пунктар асыла

Батальон вәкиллектәре Стәрлетамаҡ, Ишембай, Сибай ҡалаларында, райондың Сермән ауылында һәм Салауат районының Малаяҙ ауылында асылды.

Ойоштороусылар аңлатыуынса, пунктты асыу урынын улар һайламай, быны урындарҙағы хәрби туғанлыҡ берләшмәләре тәҡдим итә.

Әле Салауат Юлаев исемендәге батальонға махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдереп 700-ҙән ашыу ир-егет ғариза биргән. Уларҙың күп өлөшөн хәрби хәрәкәттәр ветерандары тәшкил итә. Ҡабул итеүҙәр, әңгәмәләр башланған, доброволецтарҙы йыйыу дауам ителә.

Сермән ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Әйүпов:

- Ошо йүнәлештә эш башланғас, ойоштороусылар менән һөйләшеп, үҙебеҙҙә пункт асырға тәҡдим иттем. Егеттәребеҙ төрлө частарға тырым-тырағай киткәнсе, бер батальонда хеҙмәт итһә, яҡшыраҡ, тип уйлайым. Бер-береһенә терәк булырҙар. Пунктта барлыҡ шарттар бар.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: