Сәйәсәт
30 Января 2023, 08:59

Зеленский Башҡортостан компанияларына ҡаршы санкциялар индерҙе

Украина президенты Владимир Зеленский «Башҡортостан сода компанияһы» һәм «Башҡортостан ташыу компанияһы»на ҡаршы санкциялар индерҙе, тип хәбәр ителә илдең хөкүмәт ресурсы сайтында.

Добавить в предпочтительные источники Google
Зеленский Башҡортостан компанияларына ҡаршы санкциялар индерҙеЗеленский Башҡортостан компанияларына ҡаршы санкциялар индерҙе
Зеленский Башҡортостан компанияларына ҡаршы санкциялар индерҙе

Рәсми документҡа ярашлы, сикләүҙәр (активтарҙы блокировкалау һәм капиталды сығарыу, лицензияларҙы бөтөрөү, Украина биләмәһе аша операцияларҙы һәм транзитты сикләү) 10 йыл ғәмәлдә була.

«БСК» һәм «БПК»-нан тыш, исемлектә Рәсәйҙән һәм Белоруссиянан тағы ла 180 компания бар. Улар араһында — «Уралкалий», «Щекиноазот», Себер лизинг компанияһы, «Беларуськалий», «СГ-Транс» һәм башҡалар.

Бынан алдараҡ «Башинформ» «Башкортостан» ТРК-ның генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов, РБК холдингының генераль директоры Рауил Ватолин, «Вся Уфа» каналының элекке директоры Азамат Йәнбирҙин һәм Өфөлә Business FM радиостанцияһыныңгенераль директоры Станислав Челнынцевтың Зеленский санкцияларына эләгеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-01-30/zelenskiy-vvel-sanktsii-protiv-kompaniy-iz-bashkirii-3123536

Автор:Эльвира Хамзина