Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Февраль 2023, 10:28

Рәсәй 11 ил менән визаһыҙ режим индерә

Рәсәй донъяның 11 иле менән визаһыҙ режим индерергә планлаштыра, тип белдерҙе сит ил эштәре министры Сергей Лавров. Был турала ТАСС агентлығы хәбәр итте.

Рәсәй 11 ил менән визаһыҙ режим индерә
Рәсәй 11 ил менән визаһыҙ режим индерә

«Беҙ виза режимын еңеләйтеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Әле 11 ил менән тулыһынса визаһыҙ сәфәрҙәргә ҡул ҡуйыу күҙаллана, тағы ла 6 илдә, әгәр хаталанмаһам, Һиндостанда, Индонезияла, шарттар бик ябай», — тип сит ил эштәре министрының телмәренән өҙөмтә килтерә баҫма.
Лавров һүҙҙәренсә, хәҙерге ваҡытта электрон визалар биреүгә сикләүҙе ғәмәлдән сығарыу мәсьәләһе тикшерелә, дуҫ булмаған илдәрҙән тыш, 70-кә яҡын ил хаҡында һүҙ бара.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-15/rossiya-vvedet-bezvizovyy-rezhim-s-11-stranami-3144315

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: