Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Февраль 2023, 14:54

"Йортобоҙҙо һәм кеше ғүмерҙәрен яҡлайбыҙ"

Әле ил Президенты Владимир Путин Мәскәүҙәге Ҡунаҡхана йортонда Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. 

"Йортобоҙҙо һәм кеше ғүмерҙәрен яҡлайбыҙ"
"Йортобоҙҙо һәм кеше ғүмерҙәрен яҡлайбыҙ"

Мөһим сараға Хөкүмәт ағзалары, депутаттар, сенаторҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар саҡырылды, ә башҡалар федераль каналдарҙың тура эфирында һәм онлайн-трансляция ҡарай.

Быйылғы Мөрәжәғәтнамәнең төп өлөшө Украиналағы махсус хәрби операцияға арналды. Владимир Путин ни өсөн Рәсәйҙең Украинала махсус хәрби операция башлауын аңлатты.

– Беҙ эҙмә-эҙлекле алдыбыҙға ҡуйған бурыстарҙы хәл итәсәкбеҙ. Әле асыҡланыуынса, махсус хәрби операция башланғансы уҡ, Киев Көнбайыш менән Украинаға ПВО системалары, хәрби самолеттар һәм башҡа ауыр техника килтереү тураһында һөйләшеүҙәр алып барған. Хатта Киев ядро ҡоралы алырға ла тырышып ҡараны бит. Тимәк, Донбастағы хәлдәр башланған саҡта уҡ Көнбайыш беҙҙе алдарға тырышҡан. Әле бөтә донъя Америка базалары менән тулған. Беҙ асыҡ булдыҡ, Көнбайыш менән ике яҡ өсөн дә файҙалы һөйләшеүҙәр алып барырға әҙер инек. Һуғышты улар башланы, ә беҙ уны туҡтатыр өсөн көс ҡулланабыҙ. Беҙ үҙебеҙҙең йортто һәм кешеләр ғүмерҙәрен яҡлайбыҙ, ә Көнбайыштың маҡсаты – сикһеҙ власть, – тине Владимир Путин.

Владимир Путин фекере буйынса, Көнбайышта кеше ҡорбандарын бар тип тә белмәйҙәр, сөнки һүҙ триллион долларҙар тураһында бара.

– Барыһында ла улар ғәйепле. 2001 йылдан алып АҠШ булдырған һуғыштарҙа 900000 кеше һәләк булған, 38 миллион кеше ҡасҡынға әйләнгән. Көнбайыш Украина аша Рәсәйгә бер маҡсат менән ҡаршы килә: тарихи биләмәләрҙе илебеҙҙән тартып алыу. Беҙ Украина халҡы менән һуғышмайбыҙ. Украина халҡын Киев режимы һәм был илде баҫып алған көнбайыш хужалары аманат итеп алған, - тине Владимир Путин. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: