Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Апрель 2023, 16:30

Алдан һайлауҙарҙа ҡатнашыу өсөн һайлаусыларҙы теркәү башлана

17 апрелдән 26 майға тиклем республикала йәшәүселәр «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидатҡа тауыш биреү өсөн PG.ER.RU сайтында теркәлә ала. 

Алдан һайлауҙарҙа ҡатнашыу өсөн һайлаусыларҙы теркәү башлана
Алдан һайлауҙарҙа ҡатнашыу өсөн һайлаусыларҙы теркәү башлана

Һайлаусыларға «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша верификация процедураһын үтергә кәрәк. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, праймериз тәүгә онлайн-форматта ғына, 22 майҙан 28-нә ҡәҙәр уҙғарыла.

Теркәү процедураһында техник ауырлыҡтар килеп тыуған осраҡта, техник ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин, тип билдәләне «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында «Берҙәм Рәсәй» партияһы башҡарма комитетының төбәк бүлексәһе етәксеһе Руслан Насретдинов.

«Ысынында иһә республикабыҙҙың электрон тауыш биреү генәүткәреү тәжрибәһе юҡ, хатта праймериз форматында ла. Шуға күрә ниндәйҙер һорауҙар килеп тыуыр, әлбиттә. Беҙ ҡыҫҡа инструкциялар әҙерләйбеҙ, шул иҫәптән видео форматта ла. Тауыш биреүҙе уҙғарыу процедураһы һәм теркәү алгоритмдары тураһында мәғлүмәтте ентекләберәк аңлатырға тырышырбыҙ. Шулай уҡ беҙҙә мәғлүмәт пункттарының эше ойошторола. Республикала партияның 4200-ҙән ашыу беренсел бүлексәһе бар. Уларҙы һайлаусыларға ярҙам итеү процесына йәлеп итәбеҙ», — тине ул.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-04-12/s-17-aprelya-v-bashkirii-nachnetsya-registratsiya-izbirateley-dlya-uchastiya-v-predvaritelnyh-vyborah-3216700

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: