Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Июнь 2023, 16:56

"Рәсәйҙе һаҡлау өсөн барыһын да эшләйәсәкмен!"

Бөгөн, 24 июндә, Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡҡа мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.

"Рәсәйҙе һаҡлау өсөн барыһын да эшләйәсәкмен!"
"Рәсәйҙе һаҡлау өсөн барыһын да эшләйәсәкмен!"

“Рәсәй граждандарына, әлеге ваҡытта үҙҙәренең хәрби позицияларында һуғышҡан, дошмандың һөжүмдәрен кире ҡаҡҡан Ҡораллы Көстәрҙең, хоҡуҡ һаҡлау органдарының һәм махсус хеҙмәттәрҙең шәхси составына, хәрби позицияларында алышҡан яугирҙәргә һәм командирҙарға мөрәжәғәт итәм. Һеҙҙең быны батырҙарса эшләгәнегеҙҙе беләм, бөгөн төндә бөтә йүнәлештәрҙең командующийы менән тағы ла бер тапҡыр һөйләштем. Кемде алдау йәки ҡурҡытыу юлы менән енәйәти авантюраға йәлеп иткән, ҡаты енәйәт - ҡораллы фетнә юлына этәргәндәргә лә мөрәжәғәт итәм.

Рәсәй бөгөн киләсәге өсөн ауыр көрәш алып бара, неонацистарҙың һәм уларҙың хужаларының агрессияһын сағылдыра. Көнбайыштың бөтә хәрби, иҡтисади, мәғлүмәти машинаһы беҙгә ҡаршы йүнәлтелгән. Беҙ кешеләрҙең ғүмере һәм именлеге, суверенитетыбыҙ һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшәбеҙ. Мең йыллыҡ тарихы булған Рәсәй дәүләте булыу һәм булып ҡалыу хоҡуғы өсөн.

Халҡыбыҙ яҙмышы хәл ителгән алыш бөтә көстәрҙе берләштереүҙе, берҙәмлекте, туплауҙы һәм яуаплылыҡты талап итә. Беҙҙе көсһөҙләндергән, беҙҙең ныҡлыҡты эстән юҡҡа сығара алырҙай тышҡы дошмандарыбыҙ файҙалана алған бөтә аңлашылмаусанлыҡтар ситкә ҡуйылырға тейеш.

Һәм беҙҙең берҙәмлекте ҡаҡшатҡан ғәмәлдәр – ул, асылда, үҙ халҡыңдан, әлеге ваҡытта фронтта алышҡан хәрби иптәштәрҙән баш тартыу. Был илебеҙ һәм халҡыбыҙҙың арҡаһына бәреү.

Ил Беренсе донъя һуғышын алып барғанда 1917 йылда Рәсәйҙә тап шундай уҡ һөжүм яһала. Ләкин уның еңеүен урланылар. Интригалар, низағтар, армия һәм халыҡ артындағы политиканлыҡ, армияның емерелеүе һәм дәүләттең тарҡалыуы, ғәйәт ҙур территорияларҙың юғалыуына килтерҙе. Һөҙөмтәлә - граждандар һуғышы трагедияһы.

Рустар – рустарҙы, туған – туғанын үлтерҙе, ә илде бүлгән, уны өлөштәргә өҙгөләгән сәйәси авантюристар һәм сил ил көстәре генә үҙҙәренә ҡомһоҙ файҙа алды.

Беҙ бының ҡабатланыуына юл ҡуймаясаҡбыҙ. Халҡыбыҙҙы ла, дәүләтселекте лә һәр төрлө хәүефтән һаҡлаясаҡбыҙ. Шул иҫәптән – эске хыянаттан.

Ә беҙ бөгөн осрашҡан нәмәләр – был тап хыянат итеү. Иҫәпһеҙ амбициялар һәм шәхси мәнфәғәттәр хыянатҡа килтерҙе. Тыуған илеңә, халҡыңа хыянат һәм "Вагнер" төркөмөнөң башҡа частарыбыҙ һәм подразделениеларыбыҙ менән бергә иңгә-иң терәп алышҡан һәм ғүмерҙәрен биргән яугирҙәренең һәм командирҙарының эшенә ҡарата хыянат был. Соледар менән Артёмовск ҡалаһын, Донбасстың ҡалаларын һәм ауылдарын азат иткән, Новороссия өсөн, рус донъяһы берҙәмлеге өсөн һуғышҡан һәм үҙ ғүмерен биргән геройҙар. Уларҙың исеме һәм данын шулай уҡ фетнә ойошторорға тырышҡан, илде анархияға һәм туғандарын үлтереүгә этәргән кешеләр һатҡан. Еңелеүгә, һәм һуңғы һөҙөмтәлә капитуляцияға ла булышлыҡ итәсәк.

Ҡабатлайым, һәр эске ғауға – дәүләтселегебеҙ, милләтебеҙ өсөн үлемесле хәүеф. Был Рәсәй, халҡыбыҙ өсөн ҙур хәүеф. Һәм Ватаныбыҙҙы ошондай хәүефтән һаҡлау буйынса беҙҙең ғәмәлдәр ҡаты буласаҡ. Ҡораллы башбаштаҡлыҡ әҙерләүселәр, аңлы рәүештә хыянат итеү, шантаж һәм террористик ысулдар юлына баҫҡандар, мотлаҡ язаһын аласаҡ, закон алдында ла, халҡыбыҙ алдында ла яуап бирәсәк.

Ҡораллы Көстәр һәм башҡа дәүләт органдары тейешле бойороҡтар алды, әле Мәскәүҙә, Мәскәү өлкәһендә, ҡайһы бер төбәктәрҙә террорға ҡаршы өҫтәмә саралар индерелә. Шулай уҡ Дондағы Ростовтағы хәлде тотороҡландырыу буйынса хәл иткес ҡарарҙар ҡабул ителәсәк. Ул ҡатмарлы булып ҡала, ысынында, граждандар һәм хәрби идара органдары эшенә тотҡарлыҡ һалынған.

Рәсәй Президенты һәм Юғары баш командующий булараҡ, Рәсәй гражданы булараҡ, илде яҡлау, граждандарҙың ғүмерен, именлеген һәм иреген яҡлау өсөн барыһын да эшләйәсәкмен.

Хәрби фетнә ойошторған һәм әҙерләгән, хәрби хеҙмәттәштәренә ҡорал күтәргәндәр Рәсәйгә хыянат итә. Һәм бының өсөн яуап бирәсәктәр. Ә был  енәйәткә ылыҡтырырға тырышҡан кешеләрҙе фажиғәле, ҡабатланмаҫ хата яҙамаҫҡа, берҙән-бер дөрөҫ юл һайларға – енәйәт ҡылыуҙа өатнашыуҙан туҡтатырға саҡырам.

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм изге булганды һаҡларбыҙ, тип ышанам. Ватаныбыҙ менән бергә бергә ниндәй ҙә булһа һынауҙарҙы үтербеҙ, тағы ла көслөрәк булырбыҙ, тип ышанам.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: