Сәйәсәт
27 Июня 2023, 05:47

Башҡортостан Башлығы мөрәжәғәткә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Владимир Путиндың мөрәжәғәтенә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Башлығы мөрәжәғәткә ҡарата үҙ фекерен белдерҙеБашҡортостан Башлығы мөрәжәғәткә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе
Башҡортостан Башлығы мөрәжәғәткә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе

«Президентым менән ғорурланам. Бөйөк Рәсәйҙең Президенты менән... Башҡортостан һәр саҡ һеҙҙең менән. Сафта торған һәм һәр ваҡыт Рәсәйҙең терәге булған Башҡортостан яугирҙәре алдында хөрмәт менән баш эйәбеҙ», - тип яҙҙы үҙенең телеграм-каналында республика етәксеһе.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Рәсәй Президенты үҙенең мөрәжәғәтендә уҙған ял көндәрендә булған хәл- ваҡиғалар тураһында һөйләне. Фетнә сығарырға йәки конституцион ҡоролошто боҙорға маташыу - уңышһыҙлыҡҡа дусар, тине ул. Ул боласыларҙың ҡылығын енәйәтсел тип атаны. Шул уҡ ваҡытта бөтә килешеүҙәрҙең дә үҙ көсөндә ҡалыуын билдәләне. «Вагнер» төркөмө яугирҙәре, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, өйҙәренә ҡайтырға йәки Белоруссияға китергә мөмкин.

Автор:Эльвира Хамзина