"Уңған килен" титулы өсөн Асы ауылы килене Юлиә Иҙрисова, Берешамаҡ килене Зөлфирә Рафиҡова, Йөйәктән - Элина Хәсәнова үҙ-ара көс һынашты. Конкурсанттар үҙҙәрҽ менән таныштырып үткәс, маһирлыҡтарын "Килен сәйе", "Оҫта ҡулдар" конкурсында асып бирә алды. Ә улар башҡарған "Бишек йырҙары" бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Иң мауыҡтырғысы - килендәрҙең туҡмас киҫеүе булғандыр! Улар туҡмас киҫергә өләсәләре өйрәтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Шулай итҽп, "Уңған килен" титулын Йөйәк килене Элина Хәсәнова яулаһа, Юлиә Иҙрисова -"Тыйнаҡ килен", ә Зөлфирә Рафиҡова "Иң оҫта хужабикә" номинацияларында еңеү яуланы.