- Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары менән Рәсәй Президентына тауыш биреү өс көн дауамында бара, йәғни 2024 йылдың 15, 16, 17 мартында үтә. Федераль һайлауҙарҙа бер нисә көн тауыш биреү практикаһы бер нисә йыл инде ҡулланыла. Мәҫәлән, 2020 йылда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса бөтә Рәсәй тауыш биреү барышында был алым тәүге тапҡыр ҡулланылды, шулай уҡ 2021 йылда РФ Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау ҙа бер нисә көн барҙы. Рәсәй Президенты вазифаһына 4 кеше дәғүә итә: ЛДПР-ҙан Леонид Эдуардович Слуцкий, КПРФ ағзаһы Николай Михайлович Харитонов, үҙүҙен тәҡдим иткән ғәмәлдәге ил башлығы Владимир Владимирович Путин һәм "Яңы кешеләр" партияһы вәкиле Владислав Андреевич Даванков ҡатнаша. Рәсәй тарихында беҙ һигеҙенсе тапҡыр Рәсәй Президентын һайлайбыҙ. Ил Президенты алты йылға һайлана, йәғни ул 2030 йылға тиклем етәкселек итәсәк. Һайланасаҡ Президент инаугурацияһы 2024 йылдың 7 майына билдәләнгән. Ошо өс көндөң береһендә тауыш биреү һайлаусыларға үҙҙәренә уңайлы ваҡытты һайлау мөмкинлеген бирә, электораль процедураларҙың асыҡлығын тәьмин итә. Һайлаусылар өсөн тауыш биреүҙә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр юҡ. Ғәҙәттәгесә, Рәсәй Президентын һайлауҙа, һайлаусыға тауыш биреү өсөн һайлау кампанияһында ҡатнашҡан теркәлгән кандидаттар тураһында мәғлүмәттәр бирелгән бюллетень бирелә. 2024 йылдың 1 ғинуарына Белорет районында 75215 һайлаусы теркәлгән. Президент һайлауҙарын муниципаль районда 706 һайлау комиссияһы ағзаһы ойоштора һәм алып бара. 73 һайлау участкаһы ойошторолған, шуларҙың 29-ы ҡалала һәм 44-е районда. Һәр һайлау участкаһында видеокүҙәтеү системаһы эшләй. 34 һайлау участкаһындағы камераларҙы "Ростелеком" компанияһы хеҙмәтләндерһә, 39 участкала веб-камералар ҡуйылды.
Төрлө етди сәбәптәр менән һайлау участкаһына килә алмаусылар өсөн тауыш биреү уларҙың өйҙәрендә ойошторола. Бынан алдағы һайлауҙарҙағы кеүек үк, һайлау көнөндә йәшәгән (теркәлгән) урындарында булмағандар, "мобиль һайлаусы" механизмы менән файҙалана ала. Әйткәндәй, ошо өс көндә, йәғни 15, 16 һәм 17 мартта барлыҡ һайлау участка лары "тулы режимда" эшләй - иртәнге 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем. Граждандар үҙҙәре өсөн уңайлы көндө һайлап, тауыш биреүҙә ҡатнаша ала.
Рәсәй Президентын һайлау буйынса һайлаусыларға тауыш биреү ваҡыты, урыны һәм ниндәйҙер үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәт еткереү район һайлау комиссиялары эшмәкәрлегенең төп бурыстарының береһе. Ошо маҡсатта Рәсәй Президентын һайлауға әҙерлек һәм уны уҙғарыу осоронда һайлаусыларға мәғлүмәт биреү буйынса башҡа саралар иҫәбендә, участка һайлау комиссияһы ағзаларының үҙҙәренең һайлау участкаһына ҡараған йорт хужалыҡтарын (фатирҙар) йөрөп сығыу ысулы менән һайлаусыларға шәхси адреслы һәм, шул иҫәптән, мобиль ҡушымталар һәм формалаштырылған анкеталар файҙаланып мәғлүмәт биреү "ИнформУИК" федераль проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Ошо адреслы мәғлүмәт биреүҙе ойоштороу өсөн район участка комиссияһы составынан билдәләнгән кешеләр уҡыу курсы үтеп, махсус мобиль ҡушымта менән эшләргә өйрәнде. Шулай итеп, 2024 йылдың 17 февраленән 7 мартҡа тиклем халыҡҡа мәғлүмәт еткерелде. Участка һайлау комиссияһы ағзалары үҙҙәренең һайлау участкаһына ҡараған йорт хужалыҡтарын үткәндә, граждандарға 15-17 мартта Рәсәй Президентын һайлауыбыҙ, тауыш биреү көндәре, һайлау урыны, һайлау участкаларының эш ваҡыты, бәйләнешкә инеү ѳсѳн телефон һандары, тауыш биреү формалары тураһында мәғлүмәт бирҙе, шул уҡ ваҡытта һайлаусылар исемлеген дә барланы. Йорт хужалыҡтары буйлап йөрөгән һайлау участкаһы ағзалары Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан әҙерләнгән берҙәм макет буйынса мәғлүмәт материалдарын да таратты. Һайлауҙы ойоштороусылар эш уңайлы булһын өсөн смартфондағы ҡушымта менән файҙаланды. Йорттар буйлап йѳрѳп, аңлатыу эштәре алып барған һайлау комиссияһы ағзаларын махсус формалары буйынса танырға мөмкин ине. Уларҙың һәммәһендә лә Рәсәй Президенты һайлауҙарының атрибутикалары менән жилет һәм сумкалары бар. Тағы ла участка һайлау комиссияһы ағзаһының исем-шәрифе яҙылған, күк мисәт һәм УИК рәйесе ҡултамғаһы ҡуйылған бейджы, шулай уҡ күкрәккә тағыла торған билдәһе булыуы мотлаҡ ине. Башҡортостанда һайлауҙа тауыш биреүҙең асыҡлығын видеокүҙәтеү системаһы ярҙамында ла күҙәтәсәктәр. 2024 йылда Президент һайлауҙарында видеокүҙәтеү бөтә 89 төбәктә ойошторола. Республикала 3 308 участка һайлау комиссияһы булдырылған. 15-17 мартта Рәсәй Президенты һайлауҙарында республиканың һайлау участкаларында 10 мең йәмәғәт күҙәтеүсеһе эшләйәсәк. Өйҙән тауыш бирергә була, бының өсөн һайлаусыға яҙма ғариза бирергә йәки участка һайлау комиссияһына шылтыратып әйтергә кәрәк. Шулай уҡ "Мобиль һайлаусы" механизмы ярҙамында ла гражданлыҡ бурысыңды үтәргә мөмкин. Әгәр һайлаусы был көндәрҙә йәшәгән урыны буйынса һайлау участкаһына килә алмаһа йәки даими теркәлгән йәшәү урыны булмаһа, һайлау көндәрендә әле үҙе булған урындан тауыш биреү мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн 6 марттан 11-енә тиклем үҙегеҙ теләгән һайлау комиссияһына, күп функциялы үҙәккә, "Дәүләт хеҙмәте" берҙәм порталы аша ғариза тапшырырға кәрәк. 6 марттан 11 мартҡа тиклем һайлау комиссияһының ҡабул итеү сәғәттәре: эш көндәрендә кѳндѳҙгѳ сәғәт 2-нән киске сәғәт 8-гә тиклем, ял һәм байрам көндәрендә сәғәт 10-дан 2-гә тиклем. 15-17 мартта Рәсәйҙә ил Президентын һайлау үтә. Ул өс көн дауамында бара. Участка һайлау комиссияларында иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем тауыш бирергә мѳмкин. Илебеҙ ѳсѳн мѳһим сәйәси ваҡиғанан ситтә ҡалмағыҙ, барығыҙҙы ла гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ.