Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Август , 17:22

Халыҡ мәнфәғәтен яҡлаған етәксе һайлайыҡ

6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығын һайлайбыҙ. Башҡортостан Башлығын һайлау республикабыҙ халҡы һәм район-ҡалабыҙ ѳсѳн мѳһим сәйәси ваҡиғаларҙың береһе.

2024 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостанда республика Башлығын һайлау үткәрелә. Был дата Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһында кодексының 10-сы статьяһына ярашлы билдәләнгән. Һайлау сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә үткәрелергә тейеш. Быйыл был кѳн 8 сентябргә тура килә. Шулай уҡ ошо кѳндәрҙә Белорет районы муниципаль район Советына һәм 18 ауыл биләмәһе Советтарына депутатлыҡҡа кандидаттарҙы теркәү тамамланды, "Урал", "Белорецкий рабочий" гәзиттәрендә барлыҡ кандидаттарға бушлай майҙан биреү буйынса йәрәбә тартылды һәм был мәғлүмәт гәзиттәрҙә һәм урындағы баҫмаларҙың, муниципаль район территориаль һайлау комиссияһының Интернет тѳркѳмдәрендә баҫылды. 6, 7, 8 сентябрҙә район-ҡала халҡы ѳс кѳн буйы үҙ тауышын республикабыҙ, район-ҡалабыҙ халҡы мәнфәғәтенә тырышып эшләрҙәй һәм үҙҙәренә оҡшаған кандидаттарға бирәсәк. Был турала ентекле мәғлүмәт алыр ѳсѳн территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира КОПЫТОВАҒА мѳрәжәғәт иттек.

- Эйе, алда беҙҙе бик яуаплы осор кѳтә. 6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостан халҡы республикабыҙға етәксе, район һәм ауыл Советтарына депутаттар һайлай. Ѳс кѳн тауыш биреү практикаһы илебеҙҙә бер нисә йыл инде ҡулланыла. Ошо ѳс кѳндѳң береһендә тауыш биреү граждандарға үҙҙәренә уңайлы ваҡытты һайлау мѳмкинлеге бирә, һайлау процедураларының асыҡлығын тәьмин итә. Һайлаусылар ѳсѳн тауыш биреүҙә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр юҡ. Ғәҙәттәгесә, республика Башлығын, район һәм ауыл биләмәһе советтарына депутаттар һайлауҙа, һайлаусыға тауыш биреү ѳсѳн кандидаттар тураһында мәғлүмәттәр яҙылған бюллетендәр бирелә. Белорет районында 2024 йылдың 1 ғинуарына 75215 һайлаусы теркәлгән. Муниципаль районда һайлауҙарҙа 695 һайлау комиссияһы ағзаһы эшләйәсәк. 73 һайлау участкаһы ойошторолған, 29-ы ҡалала һәм 44-е районда. Шуларҙың 71-е даими нигеҙҙә, 2-әүһе ваҡытлыса һайлау участкалары. 1293-сѳ һайлау участкаһы тәфтиш изоляторында урынлашҡан. Унда 4 комиссия ағзаһы эшләй. Һайлау хоҡуғына эйә булған, әлегә хѳкѳм ҡарары сығарылмаған граждандар 1293-сѳ һайлау участкаһында 6 сентябрҙә тауыш бирә. 1306- сы ваҡытлыса һайлау участкаһы дауахана ҡаласығында, дауаханала ойошторолған. Унда дауаланғандар 8 сентябрҙә гражданлыҡ бурысын үтәй. Һәр һайлау участкаһында видеокүҙәтеү системаһы эшләй. Республикала һайлауҙа тауыш биреүҙең асыҡлығын видеокүҙәтеү системаһы аша күҙәтәсәктәр. 6, 7, 8 сентябрҙә барлыҡ һайлау уңайлы кѳндѳ һайлап, тауыш биреүҙә ҡатнаша ала. Республика Башлығы вазифаһына 5 кандидат кѳрәшәсәк: Хәбиров Радий Фәрит улы ("Берҙәм Рәсәй" партияһынан), Сухарев Иван Константинович (ЛДПР), Нагорный Владимир Александрович ("Ғәҙел Рәсәй - Патриоттар - хәҡиҡәт өсөн"), Шәйнуров Артур Альберт улы (КПРФ), Тимерйәнов Илшат Марат улы ("Яңы кешеләр"). Белорет районының урындағы үҙидаралыҡтың вәкиллекле органдарына бөтәһе 268 кандидат күрһәтелгән. Территориаль һайлау комиссияһы кандидаттар тәҡдим иткән документтарҙы ҡарап, мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшергәндән һуң, уларҙың 11-ен теркәүҙән баш тартты. 7 кеше Советына 19 мандат өсөн 38 кеше, ауыл советтарына 165 мандат өсөн 210 кеше көрәшә. КПРФ-тан - 1, ЛДПР-ҙан - 8, "Ғәҙел Рәсәй" партияһынан 10 кандидат ҡатнаша. Ауыл Советтарына "Берҙәм Рәсәй"партияһынан - 163, КПРФ-тан - 5,ЛДПР-ҙан - 23, "Ғәҙел Рәсәй" партияһынан - 16 һәм үҙ-үҙен күрһәтеүсе 3 кандидат дәғүә итә. Әле һайлауға әҙерлек бара. Алдағы һайлауҙарҙағы кеүек үк "мобиль һайлаусы" механизмы ла эшләйәсәк.Төрлө етди сәбәптәр менән һайлау участкаһына килә алмағандар өсөн тауыш биреү уларҙың өйҙәрендә ойошторола. Бынан алдағы һайлауҙарҙағы кеүек үк, һайлау көнөндә йәшәгән (теркәлгән) урындарында булмағандар, "мобиль һайлаусы" механизмы менән файҙалана ала. Әгәр һайлаусы был көндәрҙә йәшәгән урыны буйынса һайлау участкаһына килә алмаһа йәки даими теркәлгән йәшәү урыны булмаһа, һайлау көндәрендә әле үҙе булған урындан тауыш биреү мөмкинлегенә эйә. Бының ѳсѳн 22 июлдән 2 сентябргә тиклем территориаль һайлау комиссияһына (Белорет ҡалаһы, Ленин урамы - 71, 109-сы бүлмә) ғариза менән мѳрәжәғәт итергә, шулай уҡ күп функциялы үҙәккә, "Дәүләт хеҙмәте" берҙәм порталы аша ғариза тапшырырға кәрәк. 22 августан 2 сентябргә тиклем ғаризағыҙҙы үҙегеҙ теләгән һайлау участкаһына ла бирә алаһығыҙ. Һайлау буйынса граждандарға тауыш биреү ваҡыты, урыны һәм ниндәйҙер үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәт еткереү - район һайлау комиссиялары эшмәкәрлегенең төп бурыстарының береһе. Ошо маҡсатта район-ҡаланың участка һайлау комиссиялары 18 августан эшләй башлай. 6-8 сентябрҙә республика Башлығы һайлауҙарында район-ҡала халҡы әүҙем ҡатнашыр, был мѳһим сәйәси ваҡиғанан ситтә ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ
Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: