Һайлау көнөнә лә һанаулы ғына көндәр ҡалды. 14 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына етенсе саҡырылыш депутаттарын һайлау үтә. Һайлау алды кампанияһының нисек барыуы тураһында райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира КОПЫТОВА менән әңгәмәләштек.
- Эльвира Флүр ҡыҙы, етеп килгән һайлауҙар тураһында кешеләрҙең хәтеренә тағы бер төшөрөп үтәйек. Тимәк, 14 сентябрҙә беҙ ҡала Советына депутаттар һайлайбыҙ.
- 25 июндә Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе Советы ултырышы үтте, унда ағымдағы йылдың 14 сентябрендә, ғәмәлдәге саҡырылыш вәкәләттәре тамамланыуға бәйле, ҡала Советы депутаттарын һайлауҙы тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
- Депутатлыҡҡа 44 кандидат дәғүә итә тип гәзиттә яҙғайныҡ инде. Улар нисә депутат мандаты өсөн көрәшәсәк?
- Эйе, Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына депутатлыҡҡа бөтәһе 44 кандидат теркәлгән, улар 20 бер мандатлы округ буйынса депутат мандаттары өсөн көрәшә. Берҙәм Рәсәй һәм ЛДПР сәйәси партияларынан 20-шәр кандидат, “Яңы кешеләр”, “Ғәҙел Рәсәй - Патриоттар - Дөрөҫлөк өсөн” һәм КПРФ партияларынан берәр кандидат, бер кандидат үҙ-үҙен тәҡдим итте.
- Һайлауҙы ойоштороу һәм үткәреү эштәре нисек бара? Һайлау участкалары әҙерме?
- 2025 йылдың 1 ғинуарына ҡалала һайлаусылар һаны 47615 кеше тәшкил итте. Һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреүҙе 11 кешенән торған территориаль һайлау комиссияһы һәм 27 участка һайлау комиссияһы тормошҡа ашыра, уларҙа 353 комиссия ағзаһы эшләй. Әле ҡала участка һайлау комиссиялары биналарының һайлауға әҙерлеген тикшерәбеҙ. Был тикшереү барышында биналарҙың торошона һәм кәрәкле ҡорамалдарҙың (телефон бәйләнеше, металл детекторҙары) булыуына һәм төҙөклөгөнә айырыуса иғтибар бүленә. Ҡайһы бер биналарҙа ремонт эштәре үткәрелә. Былар барыһы ла комиссия ағзаларының эш һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм участкаларға килгән һайлаусылар өсөн уңайлы булһын өсөн эшләнә. Тауыш биреүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу мөһим, шуға күрә һәр кем үҙенең тауыш биреү хоҡуғын еңел генә тормошҡа ашыра ала. Һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү осоронда йәмәғәт тәртибен һәм йәмәғәт именлеген тәьмин итеү өсөн һайлау комиссиялары биналарында полиция хеҙмәткәрҙәре дежур итәсәк.
- Һайлауға бюллетендәр әҙерме?
- Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе депутаттарын һайлау өсөн Өфөнөң “Белая река” нәшриәтендә 48 мең һайлау бюллетене әҙерләнгән. Улар һаҡлағыс селтәрле зәңгәр төҫтәге ҡағыҙҙа баҫылған.
- Участка һайлау комиссиялары ағзалары үҙ эшен ҡасан башлай? Һайлаусылар ваҡытынан алда тауыш бирә аламы?
- Участка һайлау комиссиялары ағзалары үҙ эшен 3 сентябрҙә башланы. 3 сентябрҙән 13-өнә тиклем һайлау комиссиялары биналарында һайлаусылар ваҡытынан алда тауыш бирә ала. Алдан тауыш биреү эш көндәрендә сәғәт 4-тән 8-гә тиклем, ял көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан 1-гә тиклем үтә. 2025 йылдың 14 сентябрендә һайлау участкалары һайлаусылар өсөн иртәнге 7-нән киске 9-ға тиклем асыҡ була. Һайлау участкаларына килгәндә тауыш биреүселәр үҙҙәре менән паспорттарын алырға онотмаһын.
- Эльвира Флүр ҡыҙы, һайлаусыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
- 14 сентябрҙә һайлаусыларҙың аңлы рәүештә һайлау участкаларына килеүҙәрен һорайым. Һәр тауыш мөһим. Тап һеҙ - һайлаусылар хоҡуҡтарығыҙҙы яҡлаусы, ғәҙел һәм нигеҙле талаптарығыҙҙы тормошҡа ашырыусы кешене - ҡала Советы депутатын билдәләйәсәкһегеҙ. Гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәгеҙ, Белореттың киләсәген формалаштырыуҙа әүҙем ҡатнашығыҙ. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ.
ҺҮРӘТТӘ: район территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира Копытова.