

Тауыш биреү процедураһына килгәндә, рәсәйҙәр өсөн иң киң таралған вариант - һайлау участкаһында тауыш биреү.
Ул бөтә төбәктәрҙә лә 18 йәше тулған кешеләргә рөхсәт ителә. Бының өсөн үҙең менән паспорт алырға, һайлау участкаһына килергә һәм лайыҡлы кандидаттың фамилияһы ҡаршыһына билдә ҡуйырға кәрәк.
Рәсәйҙә дистанцион электрон тауыш биреү системаһы эшләй, ул үҙеңә оҡшаған кандидат өсөн онлайн тауыш бирергә мөмкинлек бирә. Бындай тауыш биреү илдең 33 төбәгендә ҡаралған. Унда 48,4 миллионға яҡын кеше ҡатнаша ала, уларҙың 86 проценты «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә раҫланған иҫәп яҙмаһына эйә.
Һайлау участкаһына бара алмағандарға өйҙә тауыш бирергә мөмкин. Һайлауҙың бындай форматы тураһында ғаризаны участка һайлау комиссияһына (УИК) шәхсән йәки телефон аша һайлау комиссияһының эш графигы баҫылғандан алып һәм тауыш биреүҙең һуңғы көнөндә 14:00 сәғәттән дә һуңға ҡалмайынса тапшырырға кәрәк. Унда сәбәбен һәм контакт мәғлүмәттәрен күрһәтеү талап ителә. һайлау комиссияһы ағзалары кәрәкле көндә һеҙгә тауыш биреү өсөн күсмә йәшник һәм бюллетень менән киләсәк.
Һайлауҙа һайлаусыға ике бюллетень бирелә: береһендә партиялар исемлеге тәҡдим ителә, һәм ул бөтә исемлек өсөн тауыш бирәсәк, икенсеһендә - уның бер мандатлы округындағы кандидаттар, уларҙың береһе өсөн ул үҙенең тауышын бирергә тейеш.
Бюллетендә партия эмблемаларының ниндәй тәртиптә урынлашыуын Үҙәк һайлау комиссияһы йәрәбә ярҙамында билдәләй. Округтан мандатҡа кандидаттар бюллетендә алфавит тәртибендә урынлаша.
Һайлау участкалары донъяның 150-нән ашыу илендә асыла, сит илдәрҙә бөтәһе 300-ҙән ашыу участка эшләйәсәк. Партия Дәүләт думаһына үтеү өсөн һайлауҙа ҡатнашҡан һайлаусыларҙың кәм тигәндә 5 проценты уның өсөн тауыш бирергә тейеш.
Белорет районында 1-се һайлау округы буйынса Абҙаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе советының 31-се саҡырылыш депутаттарын һайлау һәм 17-се бер мандатлы округ буйынса 7-се саҡырылыш Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе советына өҫтәмә депутат һайлау үтә. Урындағы һайлауҙарҙа 18 кандидат (16 һәм 2) ҡатнаша.
Сатура Минһажитдинова әҙерләне.