

Беренсе класта уҡыған ҡыҙы Валерия ла һайлауға һәр саҡ әсәһе менән килә. Һайлауға йөрөү оҡшай ти Валерия. Уның киләсәктә үҙ тауышын бирергә өйрәнеүе, илебеҙҙең тормошонда ҡатнашып йәшәргә теләүе һөйөндөрә. Эльвира Флүр ҡыҙы участка рәйесе Ольга Тимохинанан һайлауҙың барышы, граждандар активлығы тураһында ҡыҙыҡһынды. - Район-ҡалала һайлау участкалары ваҡытында асылды. Һайлауҙар яҡшы бара, тәртип, ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙар күҙәтелмәй, ялыуҙар юҡ. Халыҡ үҙҙәренең һайлау участкаларына гражданлыҡ бурыстарын үтәү буйынса әүҙемлек күрһәтә. Бар ерҙә лә байрам кәйефе тойола, музыка уйнай. Һайлау участкаларында Рәсәй Халыҡтары берҙәмлеге йылына, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған күргәҙмәләр ҡуйылған. Күп учаскаларҙа көҙгө йәрминкәләр бара. Һауа торошоноң ҡояшлы һәм матур булыуы ла тауыш бирергә килгән кешеләрҙе ҡыуандыра. 18, 19, 20 сентябрҙә һайлау участкаларында әүҙемлек кәмемәҫ, һайлауҙар яҡшы үтер тип ышанам, - тине Эльвира Флүр ҡыҙы. Сатура Минһажитдинова. Автор фотолары.