Сәйәсәт
18 Сентября , 09:47

"Һайлауҙарға етди ҡарайым"

Илебеҙҙә барған сәйәси ваҡиғала ҡатнашырға теләп, һайлау участкаларына алдан хәбәр иткән, өйҙән тауыш бирергә теләгән оло йәштәге кешеләр ҙә күп.

"Һайлауҙарға етди ҡарайым""Һайлауҙарға етди ҡарайым"
"Һайлауҙарға етди ҡарайым"

Район, ҡала халҡына билдәле булған әүҙем йәмәғәтсе, үҙ заманында оҙаҡ йылдар район мәҙәниәт идаралығы начальнигы булып эшләгән, күп кенә йәмәғәт ойошмаларына етәксе булған, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәлифә Әғләмова был юлы өйҙән тауыш бирергә теләне. Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙы үҙе лә күп йылдар һайлау комиссияһы рәйесе булып эшләне. Һайлау тәртибе, ҡағиҙәләре менән дә яҡшы таныш. 1298-се һайлау участкаһы рәйесе Ольга Тимохина, уның урынбаҫары Ғәлиә Камалетдинова Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙының йортона барып, уға һайлауҙа тауыш бирергә ярҙам итте.

- Һайлау мәле үҙе бер күңелле ваҡиға бит ул. Беҙ, СССР тәрбиәһе алған кешеләр илебеҙгә ҡағылышлы бер сәйәси ваҡиғанан да ситтә ҡалманыҡ, киреһенсә һәр ваҡыт уртаһында ҡайнаныҡ. Күп милләт халҡы берҙәм һәм дуҫ йәшәгән Рәсәйебеҙ көслө ил. Илебеҙгә көслө партиялар, белемле, халыҡтың тауышын ишеткән депутаттар кәрәк. Һайлауҙа һәр кемебеҙҙең тауышы мөһим. Шәхсән үҙем һайлауҙарға етди ҡарайым һәм бер ваҡытта ла ситтә тороп ҡалғаным юҡ, - ти Зәлифә Әғләмова ихлас йылмайып.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас