-4 °С
Болотло
Рәссам, скульптор оҫталар Александр һәм Сергей Елкиндар Иҙел башы өсөн инә һәм бала мышы һындары эшләне. Хәҙер һеҙҙе Өфө яғынан ҡалаға ингәндә мышы ғаиләһе тулы составта ҡаршылай.
Әйткәндәй, пляждағы ҡабырсаҡтар һәм гөбөргәйел дә уларҙың эше. Мышы һыны ла, яңылары кеүек, алыштырыла һәм бер стилдә буласаҡ. Ә быға тиклем һаҡта торған төп мышы реставрацияланғандан һуң элекке урынына - Учалы яғынан Белоретҡа ингән ерҙә урын аласаҡ.
Шулай уҡ тирә-яғы ла төҙөкләндереләсәк.