Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
31 Август 2021, 11:35

Күп ҡатлы йорттар ҡыйыҡтары алыштырыла

Ошо көндәрҙә Косоротов урамында урынлашҡан 10-сы һәм 15-се күп ҡатлы йорттарҙың ҡыйығын төҙөкләндереү эштәре башланды. Быйыл Белоретта йәмғеһе алты йорт ҡыйығы яңыртыла.

Күп ҡатлы йорттар ҡыйыҡтары алыштырыла
Күп ҡатлы йорттар ҡыйыҡтары алыштырыла

Косоротов һәм Киров урымындағы ике объектта ремонт эштәре башҡарылған да инде. Төҙөкләндереү эштәрен конкурста отҡан «Стройресурс» төҙөлөш компанияһы алып бара.

Ойошма мастеры Роман Шәйәхмәтов әйтеүенсә, һәр йорт ҡыйығында 5-ешәр кеше эшләй, ҡыйыҡты ябыуға бер ай самаһы ваҡыт китә. Быйылғы эҫе кәндәрҙе иҫәпкә алғанда, бында түҙемләлер генә эшләргә ҡала.

- Күп белореттар ҡалала эш булмағанлығына зарланырға ярата. Бының менән риза түгелмен, йыл әйләнәһенә эш күп. Ә бына эшселәр етешмәй. Төҙөүселәрҙең дөйөм һанының яртыһы ғына урындағылар, ҡалғандары – күрше райондарҙан, Силәбе өлкәһенән. Эш хаҡы насар булмаһа ла, кадрҙар менән ҡытлыҡ.

Фотолар интернет сығанаҡтарынан. 

 

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: