Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
27 Сентябрь 2021, 12:57

Финалда ла уңыштар теләйбеҙ!

Сибайҙа торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре араһында «Һөнәре буйынса иң яҡшы» республика конкурсының төбәк этабы үтте. Урал аръяғы төбәк этабында 50, шул иҫәптән Белореттан – 4-әү, хеҙмәткәр үҙ көсөн һынаны.

Финалда ла уңыштар теләйбеҙ!
Финалда ла уңыштар теләйбеҙ!

Үҙ эшенең оҫталары беренсе турҙа теоретик белемдәрен тикшерһә, икенсеһендә эштәренең ауыр ҙа, яуаплы ла икәнен практикала күрһәтте. Һөнәри оҫталыҡ һәм тәжрибә белореттарға үҙ категорияларында призлы урындар алырға ярҙам итте.

«Белорет ҡала электр селтәрҙәре» предприятиһы электромонтеры Михаил Портнов, «Жилсервис» идаралығы эшсеһе Дмитрий Краснов — I, “Белорет йылылыҡ селтәрҙәре” йәмғиәте операторы Ирина Капустина II урынға лайыҡ булды.

Төбәк этап еңеүселәре Салауат ҡалаһында үтәсәк финал конкурсында ҡатнашасаҡ. Уңыштар теләйбеҙ!

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: