Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
28 Сентябрь 2021, 14:51

Уңайлы мѳхит булдыралар

Һуңғы ваҡытта ҡалабыҙҙа әле тегендә, әле бында төҙөкләндереү, юлдарҙы, күперҙәрҙе яңыртыу, асфальт түшәү, балалар майҙансыҡтарын булдырыу эштәре йәнләнеп китте.

Уңайлы мѳхит булдыралар
Уңайлы мѳхит булдыралар

Әлеге мәлдә Белорет юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы эшсәндәре Блюхер урамына асфальт түшәй, тротуарҙарҙы яңырта (һүрәттә). Идаралыҡ начальнигы Александр Георгиевич Калинин әйтеүенсә, быйылғы йәйҙә Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск автоюлының Үҙәнбаш участкаһына асфальт түшәлгән, Нура йылғаһы күпере яңыртылған. Водителдәргә һәм йәйәүлеләргә уңайлы мөхит булдыра юл хеҙмәткәрҙәре.

Бынан тыш, ҡаланың ҡайһы бер мәҙәниәт һәм мәғариф объекттары ла яңырыу кисерә. 8-се мәктәптә реконструкциялау эштәре бер ай тирәһе бара. Туҡһан йыллыҡ тарихы булған ҡала Мәҙәниәт һарайын да ҙур үҙгәрештәр кѳтә. Бер нисә йылға иҫәпләнгән күләмле реконструкция барышында ѳс ҡатлы тѳкәтмә тѳҙѳү, элекке бинаһын капиталь ремонтлау ҡаралған. Проектлауға район бюджетынан 16 миллион һум аҡса бүленгән.

Зөлфирә ШӘЙМЫРҘАНОВА.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: