Тик бөгөнгө шарттарҙа улар етмәй. Шуға күрә республикала йәнә ике ошоноң ише госпиталь төҙөргә ҡарар ителгән. Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров был эшкә әҙерлек тураһында һөйләне.
– Эйе, ҡарар ҡабул ителде, төҙөйәсәкбеҙ. Урындарына килгәндә, береһе Сибайҙа буласаҡ. Урынын хәл иттек. Икенсеһен Октябрьский ҡалаһында тип планлаштыра инек, тик унда уңайлы урын булмай сыҡты, шуға күрә моғайын, Туймазы ҡалаһы һайланыр. Иртәгә тейешле ведомстволар менән кәңәшмәләр үтәсәк, унан һуң был аҙнала төҙөлөштө башлаясаҡбыҙ ҙа. Бынын өсөн финанстар табыла, – тине Андрей Назаров.
Радий Хәбиров белдереүенсә, төҙөлөш буйынса ҡарар бар, улар тиҙ арала әҙер буласаҡ. Шуға күрә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинға кадрҙар әҙерләй башларға ҡушылды. Пандемия тамамланғас, был объекттар күп функциялы медицина үҙәктәре булараҡ эшләүен дауам итәсәк.