Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
4 Ноябрь 2021, 15:21

Ҡояшлылар майҙансыҡлы булды

"Ҡояшлы биҫтәһе халҡы берҙәмлеге, тырышлығы, әйткән һүҙҙәрендә тора белеүе, иңдәренә алған бурыстарын ваҡытында үтәүе менән айырылып тора. “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” республика программаһында ҡатнашып, биҫтәнең бәләкәй граждандарына уйын майҙансығы булдырыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырманы...

Ҡояшлылар майҙансыҡлы булды
Ҡояшлылар майҙансыҡлы булды

Дәррәү инициатив төркөм төҙөп, эш күләмен билдәләне һәм дәүләт программаһында ҡатнашыу теләген район етәкселегенә еткерҙе”, - тине уйын майҙансығын асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы Кирилл Егупов.

“Башҡорт ихаталары” ярҙамында ҡала халҡы, балалар өсөн яңы уйын майҙансыҡтары, иркен, уңайлы ихаталар булдырыуға ирешелһә, “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” республика программаһы ауыл, ҡала ситендәге биҫтәләр халҡының көнитмешен тағы лә йәмлерәк, уңайлыраҡ итеү өсөн тәғәйен. Ҡала-район етәкселеге республика проекттарын шул рәүешле файҙаланып ҡалырға тырыша ла инде.

Был турала муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ла әйтте.

- Барығыҙҙы ла ҙур еңеүегеҙ менән ҡотлап, рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” республика проектында ҡатнашып ярҙам алған тәүге биҫтәләрҙең береһе һеҙ - Ҡояшлы халҡы. Берҙәм команда ярҙамында һанаулы ваҡыт эсендә ошондай майҙансыҡ төҙөп ҡуйҙығыҙ. Ул һеҙгә күп йылдарға хеҙмәт итер әле һәм һеҙҙең бының менән генә туҡталып ҡалмаясағығыҙға ышанам. Быға тиклем дә үҙ көсөгөҙ менән балалар майҙансығы ултыртып ҡуйғанһығыҙ. Тимәк, Ҡояшлы биҫтәһе халҡының был икенсе күләмле, кәрәкле проекты. Ошондай башланғыстар менән биҫтә халҡының тәүгеләрҙән булып сығыуы ҡыуаныслы, әлбиттә, - тине Андрей Иванович.

Балаларҙың уйын майҙансығы, уның инициаторы Юлия Кононенко билдәләүенсә, 1 млн. 500 мең һумға барып баҫҡан. Быйыл төҙөлөш материалдарына хаҡтарҙың артыуы ғына ҡайһы бер ниәттәрҙе тулыһынса бойомға ашырырға бирмәгән. Инициатив төркөм етәксеһе әйтеүенсә, документтар йыйыуға ваҡыт, майҙансыҡты төҙөүгә ҡарағанда ла, күп киткән.

- Балалар майҙансығын төҙөкләндереүҙә “РСУ ДОР” йәмғиәте (етәксеһе - Игорь Сафонов), Урал спорт инвентарҙары заводы (директоры - Азат Вилданов), Андрей Локоцков, район хакимиәте етәкселеге һәм инициатив төркөм ағзаларына рәхмәтемде еткерәм, - тине Юлия Кононенко.

Майҙансыҡ төҙөлөшөнә киткән дөйөм сумманың 1 млн. һумын - республика, 300 мең һумын - район бюджеты бүлгән. Ҡалған 100 меңен - бер бағыусы бирһә, 100 мең һумын биҫтә халҡы үҙ көсө менән йыйған. Әле майҙансыҡ ситләтеп эскәмйәләр урынлаштырыу эштәре генә ҡалған. Тантаналы асыу сараһында район хакимиәте башлығы Андрей Иванютаа инициатив төркөм ағзаларына, изге эште атҡарып сығыуҙа  ярҙам ҡулы һуҙыусыларға, майҙансыҡты монтажлаусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: