Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
23 Ноябрь 2021, 11:19

Юл төҙөлөрмө?

Стәрлетамаҡ-Ҡағы-Магнитогорск юлын төҙөү Бөрйән, Белорет райондары тормошоноң социаль-иҡтисади үҫешенә яңы һулыш бирәсәк.

Юл төҙөлөрмө?
Юл төҙөлөрмө?

Өфө-Белорет-Магнитогорск юлындағы транспорт ағымының кәменеүә лә булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ “Алға” махсус иҡтисади зонаны үҫтереүгә лә этәргес ҡеүәт өҫтәйәсәк. Ғөмүмән, ошо төбәктә йәшәгән халыҡҡа был юлдың ни тиклем кәрәк булыуы тураһында әллә күпме дәлилдәр килтерергә мөмкин.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың быйыл сентябрҙә уҙғарған матбуғат конференцияһы ваҡытында социаль селтәрҙән “Стәрлетамаҡ – Ҡағы – Магнитогорск юлы төҙөлөшө дауам ителәсәкме?” тип һорап мөрәжәғәт иттек.

19 ноябрҙә был һорауға яуап килде.

“Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск юлының Октябрь ауылы эргәһендәге участкаһында тулы ремонт эшләнәсәк. Участка оҙонлоғо ике саҡрым. Эштәр 2023 йылға тиклем планлаштырылған. Ҡалған участкаларҙа соҡорҙарҙы ямау, сафтан сыҡҡан ҡатламдарҙы тергеҙеү һәм ҡырсынташ булған участкаларҙы тигеҙләү кеүек эштәр менән ҡарап торабыҙ. Был эштәрҙе юл хеҙмәткәрҙәре йыл әйләнәһе алып бара. 2021 йылдың 19 ноябренә ҡарата юл асыҡ ине”, – тип яуап бирҙе Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса секторы белгесе Кирилл Пригожий.

"Башҡортостан" гәзите сайтынан.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: