Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
25 Ноябрь 2021, 15:03

Федераль грантҡа турбаза асылды

Ғаилә алты ай эсендә ике йорт һалған.

Федераль грантҡа турбаза асылды
Федераль грантҡа турбаза асылды

Николаевка ауылында «Дом61» турбазаһы асылды.

Проект Туризм буйынса федераль агентлыҡтан эске һәм тышҡы туризмды үҫтереүгә субсидиялар конкурсында 3 млн. һум грант алғайны. 
«Федераль, республика ярҙам саралары менән берлектә быйыл Башҡортостанда тиҫтәнән ашыу төрлө проект эшләй башланы. Төбәктә туризмды үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған инвесторҙар һәр ваҡыт Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитетына консультация ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.
«Беҙ турбазаға туристар килә торған урын тип кенә ҡарамайбыҙ. Ҡунаҡтарға Николаевка ауылының үҙенсәлеген, уның тирә-яғын күрһәтергә теләйбеҙ. Ҡунаҡтар беҙгә тағы ла килһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышырбыҙ. Ял көндәрендә генә түгел, ә отпускыла ла, балаларын алып килһендәр», — тип һөйләне проектты ойоштороусыларҙың береһе Рина Гринберг.

Ҡунаҡтарҙы урынлаштырыуҙан тыш, эшҡыуарҙар партнерҙар аша Ирәмәл, Баҡты тауҙарына экскурсиялар ойоштора.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: