Райондарҙа 45 мең шәхси йортта йәшәүсе 100 меңдән ашыу кеше бушлай уға тоташыу мөмкинлегенә эйә булған.
"Башинформсвязь" предприятиеһы төҙөлөштә ҡулланылған гигабит оптика селтәрҙәре бер кабелгә бер юлы бер нисә хеҙмәтте тоташтырыу мөмкинлеген бирә: 300 Мбит/с тиҙлеккә тиклем интернет, интерактив телевидение, телефония. Заявкалар 8 800 100 08 00 телефон номеры буйынса бушлай ҡабул ителә.
Программа бер йылға иҫәпләнгән. “Ростелеком” компанияһына ҡараған “Башинформ” предприятиеһы ауыл-ҡалаларға телекоммуникация ҡоролмаларын урынлаштыра, йорттарҙы интернет селтәренә тоташтыра. Дәүләт контракты шарттарына ярашлы, сығымдарҙың яртыһын Башҡортостан Хөкүмәте ҡаплай.
Бөгөнгә проект нигеҙендә 22 мең шәхси йортҡа интернет уҙғарылған.
Фото: news.myseldon.com
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан